Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӨСӘЙЕНОВ Хөрмәт Хәмзә улы

Просмотров: 1187

ХӨСӘЙЕНОВ Хөрмәт Хәмзә улы (10.3.1920, АСБР‑ҙың Ете ырыу кантоны Яңы Ялсыҡай а., хәҙер БР-ҙың Көйөргәҙе районы Ялсыҡай а., — 2002 й. марты, Сәмәрҡәнд ҡ.), Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1937 й. башлап Өфө моторҙар заводында эшләй. 1940 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1942 й. октябренән Сталинград, Көньяҡ-Көнбайыш, 4-се Украина һәм 1-се Белоруссия фронттарында 69‑сы армияның 8‑се танкыға ҡаршы истребитель бригадаһы 435‑се танкыға ҡаршы истребитель артиллерия полкының орудие командиры булып хеҙмәт итә. Дан орденына Х. 1944 й. 20 авгусында Пулавы ҡ., 1945 й. 14 ғинуарында Лавецко-Нове а. (икеһе лә — Польша), 1945 й. 17 апрелендә Лебус ҡ. (Германия) тирәһендә барған алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1946) Көйөргәҙе районының “Яңы тормош” колхозында эшләй, 1948 й. алып Гарм ҡ. 2-се мәктәбендә хәрби етәксе, 1953—80 йй. Сәмәрҡәнд ҡ. 3‑сө автомобиль ремонтлау заводында эшләй. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943), 1‑се (1946), 2‑се (1945) һәм 3‑сө (1944) дәрәжә Дан ордендары менән бүләкләнгән. Тыуған ауылында Х. исеме урамға бирелгән, ул уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ, Көйөргәҙе районы Ермолаевка а. Геройҙар аллеяһында һәйкәл (2018) ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.10.2022