Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХИСАМИТДИНОВА Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы

Просмотров: 3463

ХИСАМИТДИНОВА Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы (1.1.1950, БР‑ҙың Әбйәлил районы Рәхмәт а. — 3.10.2023, Өфө ҡ., тыуған яғында ерләнгән), тел белгесе. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2016), филология фәндәре докторы (1993), профессор (1994). РФ‑тың (2008) һәм БР‑ҙың (2003) атҡаҙанған фән эшмәкәре. БДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1974) Белорет һәм Ауырғазы райондары мәктәптәрендә уҡыта. 1978—87 йй. һәм 1998 й. алып ТТӘИ‑лә эшләй: 1982 й. башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1998 й. — директор урынбаҫары, 2005 й. — директор, 2016—23 йй. — ғилми етәксе. 1987—95 йй. БДПИ‑ла: башҡ. теле кафедраһы мөдире, 1992 й. алып башҡ. филологияһы факультеты деканы; 1995—98 й. БР‑ҙың мәғариф министры. Фәнни тикшеренеүҙәре башҡ. теленең тарихына, фонетикаһына, лексикологияһына, ономастикаһына, этнолингвистикаһына арналған. Антропонимика, топонимика, терминология буйынса һүҙлектәр төҙөүсе. Күп кенә хеҙмәттәре башҡ. мифологияһына, дауалау һәм һаҡлау магияһына арналған: “Башҡорт теленең мифологик лексикаһы (этнолингвистик йүнәлештә)” [“Мифологическая лексика башкирского языка (в этнолингвистическом освещении)”] (2016), “Башҡорт мифологияһы” (2002), “Башҡорт теленең мифологик һүҙлеге” (“Мифологический словарь башкирского языка”; 2010) һүҙлектәре, “Утҡа әйтәм” китабы (1997; Й.Торма менән берлектә, венгр телендә) һ.б. “Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы” (“Культурное наследие народов России”) серияһында сыҡҡан “Башҡорттар” (“Башкиры”; 2003; З.Ғ.Ураҡсин менән берлектә) баҫмаһын төҙөүселәрҙең береһе, “Рәсәйҙең төп халыҡтары. Башҡорттар” (“Коренные народы России. Баш­киры”; 2007; Р.З.Йәнғужин менән берлектә) китабының авторҙашы. 7 томлы “Башҡорт халҡының тарихы”(“История башкирского народа”; 2009—2012) коллектив монографияһы, 8 томлы “Башҡорт халҡының тарихы буйынса документтар һәм материалдар” (“Документы и материалы по истории башкирского народа”; 1—7-се томдар, 2009—2012), “Башҡорт халҡының тарихы буйынса материалдар” (“Материалы по истории башкирского народа”; 2012—2014), “Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектындағы тартынҡыларҙың артикулятор көйләнеше атласы” (“Атлас артикуляторных настроек согласных северо-западного диалекта башкирского языка”; 2014), 10 томлы “Башҡорт теленең академик һүҙлеге” (“Академический словарь башкирского языка”; 2011—2018) хеҙмәттәре авторҙарының һәм мөхәррирҙәренең береһе. “Бер ауылдың тарихы” телевизион программаһының алып барыусыһы һәм ғилми консультанты (2009—10). БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 1-се саҡырылыш депутаты. Ҡатын‑ҡыҙҙар союзы (1996—98), Башҡорт ҡатын‑ҡыҙҙары йәмғиәте (1997—2003), БР Хөкүмәте ҡарамағындағы БР Дәүләт телдәре советы (2003—23) рәйесе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) рәйесе урынбаҫары (2015 й. алып). К.Әхмәтйәнов исемендәге (2010), Р.Ғарипов исемендәге (2016) премиялар лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы (2014), Салауат Юлаев (2020) ордендары менән бүләкләнгән.

 Х е ҙ м.: История башкирского языка: материалы по исторической фонетике. Уфа, 1989; Названия башкирских населённых пунктов XVI—XIX вв. Уфа, 2005; Кыпчакские языки Урало-Поволжья. Астана, 2018 (авторҙ.). 

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.01.2024
Связанные темы рубрикатора:
Шәхестәр:
0