ХУЖАЛЫҠ
ХУЖАЛЫҠ, шөғөл, производствоны алып барыу ысулдары һәм саралары йыйылмаһы. Башҡорттарҙа традицион Х. системаһында хужалыҡ‑мәҙәни типҡа бәйле кәсеп булып ярым күсмә һыйырсылыҡ (көньяҡ һәм көньяҡ‑көнсығыш райондарҙа) һәм игенселек (көнбайыш һәм төньяҡ‑көнбайыш райондарҙа) иҫәпләнгән; ш. уҡ һунар, солоҡсолоҡ, емеш‑еләк йыйыу, балыҡсылыҡ, урман һ.б. кәсептәр м‑н шөғөлләнгәндәр. Ырыуҙың аҫаба ерҙәре сиктәрендә игенселек, һунар итеү, балыҡ тотоу һ.б. ерҙәр айырым ырыуҙар (ҡара: Ырыу бүленеше) һәм ғаиләләр араһында бүленгән. Ҙур Х. ялланма эшселәр (ҡара: Байғоштар, Ялсы), ш. иҫ. көтөүселәр йәлеп иткәндәр. Оҙайлы күсенеүгә сыҙам һәм тибендә йөрөгән йылҡы (ҡара: Башҡорт аты), һарыҡ һәм кәзә, аҙыраҡ һыйыр малы, көньяҡ райондарҙа дөйә үрсеткәндәр. Яҙын көтөүлектәрҙә тирмәләр ҡорғандар, малдар өсөн мал һарайы, япмалар (ҡара: Хужалыҡ ҡаралтылары) төҙөгәндәр. Ҡышҡы осорҙа малдарҙы елдән һәм ҡар һалыуҙан һаҡланған урындарға ҡыуғандар, унда утарҙарға, һуңынан ауылдарға нигеҙ һалғандар. Ауылдарҙа һәр ғаиләнең торлаҡ һәм хужалыҡ ҡаралтылары йорт‑ҡаралты эсендә урынлашҡан. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы барышында һәм үткәрелгән ер сәйәсәтенә бәйле Х. итеүҙең игенселек тармағы төньяҡ, төньяҡ‑көнбайыш һәм көнбайыш башҡорттарында, ш. иҫ. Кама‑Ыҡ башҡорттарында, Пермь башҡорттарында интенсив үҫешкән. Көньяҡ һәм көньяҡ‑көнсығыш башҡорттарында, ш. иҫ. Урал аръяғы башҡорттарында, Ырымбур башҡорттарында ярым күсмә Х. (ярҙамсы игенселек м‑н малсылыҡ) 19 б. уртаһына тиклем һаҡланған; йәйләүгә игенселек эштәрен иҫәпкә алып сыҡҡандар. Ҡалдау, ҡаты баҫыу (башлыса дала райондарында) һәм ағастарҙы төпләп яндырыу (урманлы ерҙәрҙә) иң иртә игенселек системалары булған. 19 б. башлап өс баҫыулы сәсеү әйләнеше киң таралған. Ер эшкәртеү һәм уңышты урып‑йыйыу өсөн ҡул (һәнәк, тырма, салғы, ҙур салғы, көрәк, тәпке, ураҡ һ.б.), ат егеүле (тырма, һабан, һуҡа һ.б.) ер эшкәртеү ҡоралдарын ҡулланғандар. Күпләп үҫтерелгән иген культураларына арыш, арпа, бойҙай, тары, борай, ҡарабойҙай; техник культураларға етен, киндер ингән; ш. уҡ картуф үҫтергәндәр. Ултыраҡ тормошҡа күскәндән һуң бесән сабыу һәм ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү таралған, традицион кәсептәрҙең һәм һөнәрселектең роле артҡан. Ир‑егеттәр тиренән эшләнгән өй кәрәк‑ярағы, ат егеү кәрәк‑ярағы (башлыса көньяҡ райондарҙа), урман кәсептәре, ағастан эшләнгән өй кәрәк‑ярағы, туҙҙан эшләнгән өй кәрәк‑ярағы (урманлы райондарҙа), һунар, балыҡсылыҡ, 19 б. алып ситкә китеп эшләү; ҡатын‑ҡыҙҙар кейеҙ баҫыу, бәйләү (көньяҡ райондарҙа), туҡыусылыҡ, сигеү, башҡорт кейеме элементтарын тегеү м‑н шөғөлләнгәндәр; ер эштәрендә ир‑егеттәр һәм ҡатын‑ҡыҙҙар мәшғүл булған. Революциянан (1917) һуң һәм коллективлаштырыу барышында традицион Х. үҙгәрештәр кисерә.
М.Ғ.Муллағолов
Тәрж. М.Х.Хужин