ШӘРИҒӘТ
ШӘРИҒӘТ (ғәр. шәриғә, һүҙмә‑һүҙ — хаҡ юл), исламда дини, әхлаҡи‑этик һәм хоҡуҡи нормалар йыйылмаһы, мосолман шуларға ярашлы йәшәргә тейеш. Ш. сығанаҡтары — Ҡөрьән, Сөннә, фикһ. 7—12 бб. Ғәрәп хәлифәлегендә эшләнә. Ш. ярашлы мотлаҡ (фарыз); тәҡдим ителгән, әммә мотлаҡ булмаған (мөстәхәб); тыйылмаған, ләкин хупланмаған (мәкруһ); асыҡ күрһәтмәһеҙ нейтраль (мөбах); тыйылған (харам) ҡылыҡтар була.
Башҡорттарҙа Ш. йола хоҡуғы м‑н бер рәттән 20 б. башына тиклем хоҡуҡ сығанағы булып тора. Ш. ҡанундарына ярашлы ғаилә-никах мөнәсәбәттәре, никахҡа инеү һәм уны өҙөү (ҡара: Айырылышыу), балаларҙың ата‑әсәләрҙе тыңламау, кәләш өсөн ҡалым түләүҙән баш тартыу, кеше кәләшен урлау һәм уға өйләнеү, зина ҡылыу һ.б.; мөлкәтте мираҫ итеп алыу һәм уны бүлеү мәсьәләләре; Ш. һәм Ҡөрьән ҡанундарының күрһәтмәләрен боҙған мосолмандарҙың дини яҙыҡлыҡтары; шәхси дәғүәләр ҡарала. Ш. судтарындағы суд функциялары мосолман руханиҙары, 1830 йй. алып указлы муллалар (вазифалары Губерна идараһының указы м‑н раҫланған) тарафынан башҡарыла. Ырымбур мосолман диниә назараты асылғанға тиклем ғаилә һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре б‑са мәсьәләләрҙе ҡараған дини эштәр судына ахундар етәкселек итә. 1788 й. башлап Ырымбур мосолман диниә назараты Ш. судының иң юғары инстанцияһы була, ш. уҡ дөйөм Рәсәй ҡануниәте нормаларына таянып эш итә. Мосолман руханиҙарына Ш. енәйәт эштәре, мосолман әхлағын боҙған өсөн тән язалары, иртә никахтар б‑са Рәсәй дәүләте ҡанундарына ҡаршы килгән ҡағиҙәләрен ҡулланыу тыйыла. Ш. судтарының ҡарарҙарына Ырымбур мосолман диниә назаратында, ЭЭМ‑дың Дини эштәр идаралығында, гражданлыҡ судтарында ялыу бирергә мөмкин була. Революциянан (1917) һуң Ш. судтары бөтөрөлә. Ш. ҡайһы бер ҡағиҙәләре (дини, әхлаҡи‑этик) мосолмандарҙың көндәлек тормошонда күҙәтелә (ҡара: Мосолман байрамдары, Мосолман йолалары).
Әҙәб.: Самигуллин В.К. Ислам и право: опыт постижения. Уфа, 2006.
Д.Д.Азаматов, Д.Ғ.Күскилдин
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина