Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШИСМАН Александр Абрамович

Просмотров: 2319

ШИСМАН Александр Абрамович (11.9.1946, Биробижан ҡ.), скрипкасы, педагог. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1996), РФ‑тың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2010). Проф. (1999). Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1969; А.Н.Марков класы) ӨДСИ‑лә уҡыта. Ш. башҡарыу сәнғәтенә юғары оҫталыҡ, виртуозлыҡ, ансамблде, музыка стилен тойоу хас. Репертуарында сит ил (И.С.Бах, Л.Бетховен, Г.Венявский, Ф.Крейслер, Н.Паганини, П.Сарасате), ватан (А.П.Бородин, А.К.Глазунов, С.С.Прокофьев, П.И.Чайковский, Д.Д.Шостакович), ш. иҫ. башҡорт (Х.Ш.Заимов, Л.З.Исмәғилева, Х.Ф.Әхмәтов һ.б.), композиторҙары әҫәрҙәре бар. 1969—80 йй. респ. тәүге ҡыллы квартет составында (А.А.Калачёв, Я.Г.Папян, С.К.Саркисьянц м‑н берлектә) сығыш яһай. Башҡорт скрипка сәнғәте үҫешенә өлөш индерә. Уҡыу­сылары араһында БР‑ҙың атҡ. артистары Т.В.Амельченко, Д.В.Гранов, А.Р.Моратова, И.Д.Мөслимов, И.В.Сидоренко, БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре М.Д.Афанасьев бар. 10‑дан ашыу уҡытыу‑методик хеҙмәт, башҡорт композиторҙары әҫәрҙәренең скрипка һәм квартет өсөн эшкәртмәләре авторы. Композиторҙар союзының ҡыллы квартетын ойоштороусы һәм уның художество етәксеһе (1993). Бөтә Рәсәй студенттар камера ансамблдәре конкурсы лауреаты (Мәскәү, 1967).

А.Р.Сабирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.10.2025
Шәхестәр: