Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШАКИРОВ Рәфҡәт Миҙхәт улы

Просмотров: 1616

ШАКИРОВ Рәфҡәт Миҙхәт улы (3.5.1945, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1985), проф. (1991). РСФСР‑ҙың (1986) һәм БАССР‑ҙың (1980) атҡ. төҙөүсеһе, РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. хеҙм‑ре (1995), СССР Газ сәнәғәте министрлығы отличнигы (1986), СССР Нефть һәм газ сәнәғәте пр‑тиеларын төҙөү министрлығының почётлы хеҙм‑ре (1991). М.З.Шакировтың улы. ӨНИ‑не (1967), СССР Халыҡ хужалығы акад. (Мәскәү, 1982) тамамлаған. 1967 й. алып “Нефтепроводмонтаж” тресында (Өфө): мастер, прораб, участка нач., 1973 й. — 74‑се төҙөлөш‑монтаж идаралығында баш инженер, 1975 й. — идарасы урынбаҫары. 1971—73 йй. Афғанстанда, 1977 й. башлап Нигерияла эшләй. 1979 й. алып “Главвостоктрубопроводстрой” идаралығында (Өфө): нач. урынбаҫары, 1982 й. — производство б‑са 1‑се урынбаҫар. 1986 й. башлап Үткәргес торбаларҙы, яғыулыҡ‑энергетика комплексы объекттарын төҙөү һәм файҙаланыу б‑са Бөтә Союз ҒТИ‑нда (Мәскәү): ген. дир., 1995—99 йй. президент. Фәнни эшмәкәрлеге нефть һәм газ сәнәғәте объекттарын ойоштороу, төҙөү техно­логиялары һәм файҙаланыу проблемаларына арналған. Бохара—Урал, Урта Азия—Үҙәк, Уренгой—Помары—Ужгород һ.б. магистраль газ һәм нефть үткәргестәрен төҙөүҙә ҡатнаша. РФ Дәүләт думаһының 3‑сө саҡырылыш депутаты. 2006 й. алып Милли һыу ҡоролмалары төҙөүселәр ассоциацияһы Советы рәйесе (Мәскәү). 160‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт һәм 96 уйлап табыу ав­торы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1983), “Почёт Билдәһе” (1975), Дуҫлыҡ (1995) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Дороги, транспорт, трубопроводы. Уфа, 1983 (авторҙ.); Не потерять бы России трубопроводное могущество. Уфа, 2008.

Ғ.Ғ.Фәрхетдинов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: