Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУПРАҠ ЭРОЗИЯҺЫ

Просмотров: 1337

ТУПРАҠ ЭРОЗИЯҺЫ, тупраҡтың ҡар һәм ямғыр һыуҙарынан (һыу эрозияһы), елдән (ел эрозияһы, йәки дефляция) ашалып тарҡалыуы, ҡуҙғатылып күсерелеүе. Һыуҙан булған Т.э. битләүҙәрҙә барлыҡҡа килә, яҫы (өҫкө) һәм һыҙыҡлы (йыуынты, йырынлы) төрҙәре айырыла. Елдән булған Т.э. төрлө типтағы рельефта үҫешә, тупраҡтың өҫкө горизонттары, ҡайһы берҙә сәсеүҙәр м‑н бергә һауаға күтәрелә һәм ҙур араларға күсерелә. Нормаль (тәбиғи) һәм тиҙләтелгән (антропоген) Т.э. бүленә. Башҡортостанда Т.э. дөйөм майҙандың яҡынса 28%‑ы (4 млн га ашыу) һәм һөрөнтө ерҙәрҙең 57%‑ы дусар ителгән. Респ. терр‑яһында Т.э. түбәндәге зоналары айырыла (ҡара: карта): башлыса һыу һәм урыны м‑н еңелсә ел эрозияһы (төньяҡ урман‑дала зонаһы, төньяҡ‑көнсығыш урман‑дала зонаһы); еңелсә һыу һәм ел эрозияһы (көньяҡ урман‑дала зонаһы, Мәләүез р‑ны терр‑яһының уң ярҙағы өлөшө, Учалы р‑ны терр‑яһы); интенсив һыу һәм ел эрозияһы (Урал алды дала зонаһы, Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығында урынлашҡан райондар терр‑яһы); башлыса ел, еңелсә һыу эрозияһы (Урал аръяғы дала зонаһы); һыу эрозияһына потенциаль дусар ителгән зона (тау‑урман зонаһы). Т.э. ҡаршы көрәшеү өсөн һаҡлағыс урман һыҙаттары булдырыла, тупраҡ һаҡлаған сәсеү әйләнештәре, тупраҡты кәҫен әйләндермәй һәм яҫы төрән м‑н эшкәртеү, сәсеүҙәрҙе һыҙатлап урынлаштырыу, текә ярҙарҙы террасалау, һыу йыйған валдар һәм һыуҙы ситкә ебәргән каналдар һ.б. индерелә. Башҡортостанда Т.э. тикшереү Аграр университетта (С.И.Фёдоров), Биология институтында (Д.Д.Миндиәров, Р.Я.Рамаҙанов), Ауыл хужалығы институтында (Г.Н.Лысак, М.М.Туровцев) үткәрелгән.

Ф.Х.Хәзиев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019