ЗЫЯГӨЛ
ЗЫЯГӨЛ (Cerastium), ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 150‑нән ашыу төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Африкала һәм Америкала, тропик Африканың һәм Көньяҡ Американың бейек тауҙарында таралған. Башҡортостанда 7 төрө үҫә. Кәҫлектәр барлыҡҡа килтереүсе күп йәки бер, ике йыллыҡ нәҙек тамырһабаҡлы үлән, ғәҙәттә аҡ биҙле төк м‑н ҡапланған. Ныҡ тармаҡлы, йәйенке күтәрелеүсән үренделе үҫемлек, бейеклеге 10—100 см. Япрағы эллипс, оҙонса йәки оҙонса‑ланцет рәүешендә. Сәскәһе ваҡ, ос дихазияларында, тажы аҡ, ике айырсалы. Май—сент. башында сәскә ата. Емеше — ҡумта, осонда ике бүлемле, июль—сент. өлгөрә. Кәҫле З. (гибрид полиморфлы синантроп төр), ялан З. — респ. бөтә терр‑яһында яланда, торлаҡ янында, урманда һәм ҡыуаҡлыҡтар араһында; даур З., аҙсәскә З. — урман ситтәрендә, бейек үләнле тау болондарында, ҡара ылыҫлы һәм ҡарағай урмандарында; Енисей З. һәм Крылов З. таулы тундраның яланғас һәм ярым яланғас бүлкәттәрендә (Ирәмәл, Ямантау тауҙары) үҫә. Ылыҫлы, ҡатнаш урмандарҙағы ташлы, ҡырсынташлы битләүҙәрҙә үҫкән Урал З. составында кумариндар, сапониндар, углеводтар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Декоратив, мал аҙығы, баллы үҫемлектәр. Крылов З. һәм Урал З. БР-ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән эндемиктар.
Ә.Х.Ғәлиева
Тәрж. Г.А.Миһранова