Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УКАЗДАР (1736 й. 11 февр.)

Просмотров: 1815

УКАЗДАР (1736 й. 11 февр.), 1735—36 йй. башҡ. ихтилалдарын [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (1735—40)] баҫтырыу сараларын билдәләгән һәм Ырымбур экспедицияһы (1734—44) эшмәкәрлеген көйләгән норматив‑хоҡуҡи акттар. Ырымбур экспедицияһы нач. И.К.Кирилов һәм Башҡорт эштәре комиссияһы нач. А.И.Румянцев тәҡдиме б‑са әҙерләнгән; императрица Анна Иоанновна ҡул ҡуйған (1730—40). Указдарҙа ихтилалдарҙа ҡатнашыусыларҙы хөкүм итеү саралары ҡаралған: етәкселәр өсөн үлем язаһы, башҡаларға — һөргөн, аттар м‑н штраф түләү, игенгә өҫтәмә һалым; башҡорттарға тимерлектәр тотоу, рөхсәтһеҙ йыйындар үткәреү, ҡорал һатып алыу, Ҡазан губернаторы ризалығынан тыш Ҡазан татарҙары м‑н ниҡахҡа инеү һ.б. тыйылған. Улус старосталары йыл һайын һайланған улус старшиналары м‑н алмаштырылған. Ахундар 4‑әүгә ҡалдырылған (һәр даруғаға берәр), мәктәп һәм мәсеттәр төҙөү ҡыҫҡартылған. Мишәрҙәр, типтәрҙәр һәм бобылдәр башҡорттарға оброк түләүҙән азат ителгән; ихтилалда ҡатнашҡан башҡорттарҙың аҫаба ерҙәре мишәрҙәргә бирелгән (улар дворян һәм офицерҙар м‑н бер рәттән башҡ. общинаһы ерҙәрен һатып алыу хоҡуғы алған). Ырымбур экспедицияһы нач. төбәктәге ер м‑н эш итеп, редут, форпостар төҙөргә, уларҙа гарнизондар (ҡара: Колониялаштырыу) урынлаштырырға, тау сәнәғәте заводы, ҡәлғәләр һалырға, ерҙәрҙе күскенселәргә таратырға хоҡуҡлы булған. Указдарҙа ҡаралған саралар Ырымбур экспедицияһы нач. В.Н.Татищев (1737 й. алып) етәкс. тормошҡа ашырылған. Документтарҙы ҡабул иткәндән һуң, керҙәш, дворян һ.б. күскенселәрҙең төбәктәге ерҙе файҙаланыу хоҡуҡтары киңәйгән, аҫаба башҡорттарҙың (ҡара: Аҫаба), урындағы үҙидараның хоҡуҡтары сикләнгән.

А.И.Аҡманов, М.М.Зөлҡәрнәев

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: