Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӨРӨКМӘН ТЕЛЕ

Просмотров: 1589

ТӨРӨКМӘН ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (уғыҙ төркөмө). Төрөкмәндәрҙең милли теле, Төркмәнстандың дәүләт теле. Шулай уҡ Афғанстанда, Ираҡта, Иранда, Ҡаҙағстанда, Тажикстанда, Төркиәлә, Үзбәкстанда һәм Ставрополь крайында таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 5 млн ашыу кеше. БР‑ҙа Т.т. 1300‑ҙән ашыу кеше белә (2002). Әзербайжан теленә һәм төрөк теленә яҡын. Көнбайыш уғыҙ ҡәбиләләре теленә барып тоташа, үҫеш процесында ҡыпсаҡ телдәренә хас булған ҡайһы бер һыҙаттарҙы үҙенә ала. Хәҙ. әҙәби Т.т. 20 б. башында формалашҡан. Төп диалекттары: йомуд, салыр, сарыҡ, текин, човдур, эрсары һ.б. Ставрополь төрөкмәндәре диалектын традицион рәүештә трөхмән теле тип атайҙар. Т.т. фонетикаһына оҙон һуҙынҡыларҙың һаҡланыуы, һуҙынҡыларҙың үҫешкән ирен гармонияһы, тартынҡыларҙың ассимиляцияһы хас; үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә протеза барлыҡҡа килә: “склад” — “ыскылат”. Дөйөм төрки [с], [з] өндәре урынына бөтә позицияларҙа ла [ҫ] һәм [ҙ] ҡулланыла, әммә яҙмала был өндәр өсөн махсус хәрефтәр юҡ: “сизин” (һеҙҙең) [ҫ]и[ҙ]ин. Т.т. һүҙлек составы нигеҙендә дөйөм төрки лексика ята; иран телдәренән, ғәрәп теленән, урыҫ теленән һ.б. телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәр бар. Синтаксисындағы исем, ҡылым-исем һүҙ төркөмдәре хәбәр функцияһында хәбәрлек категорияһына эйә. 1928 й. тиклем яҙыуы ғәрәп яҙмаһы, һуңынан латиница, 1940 й. алып кириллица нигеҙендә башҡарыла. 1996 й. башлап Төркмәнстанда яңынан латиница ҡулланыла.

Әҙәб.: Б а с к а к о в Н.А. Введение в изучение тюркских языков. М., 1969.

Ғ.Д.Ибраһимов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: