Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУСНОЛОБОВ Степан Сергеевич

Просмотров: 1160

ТУСНОЛОБОВ Степан Сергеевич (27.10.1918, Вятка губернаһы Белогорье а. — 24.12.1986, БАССР‑ҙың Дүртөйлө районы Дүртөйлө ҡсб, хәҙер Дүртөйлө ҡ.), Дан орденының тулы кавалеры. 1941 й. Иран походында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1937 й. алып Магнитогорск металлургия комбинатында эшләй. 1940 й. башлап Ҡыҙыл армияла. 1942 й. авгусынан Кавказ аръяғы, Төньяҡ Кавказ, 1‑се һәм 2‑се Белоруссия фронттарында 20‑се уҡсылар дивизияһы 281‑се танкыға ҡаршы дивизионында орудие командиры булып хеҙмәт итә. Дан ордены менән Т. 1944 й. 7 июлендә Белорус ССР‑ының Пружинище а. эргәһендәге, 27 авгусында Вышкув ҡ. (Польша) көньяҡтараҡ һәм 1945 й. 31 ғинуарында Арботен ҡ. (Германия) янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1946) Сурож ҡ., 1948 й. башлап Туймазы ҡ. эшләй. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966), Ҡыҙыл Йондоҙ, “Почёт Билдәһе”, 1‑се (1945), 2‑се (1944 й. сентябре) һәм 3‑сө (шул уҡ йылдың июле) дәрәжә Дан ордендары менән бүләкләнгән. Т. исеме Дүртөйлө ҡ. урамға бирелгән, Хәрби Дан аллеяһында уға бюст, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.10.2022