Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЕГОВ Валентин Алексеевич

Просмотров: 1599

ПЕГОВ Валентин Алексеевич (1.1.1950, БАССР‑ҙың Өфө районы Урыҫ‑Юрмаш а.), тренер. Дзюдо буйынса РСФСР‑ҙың атҡаҙанған тренеры (1987), Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2006), бөтә Союз категориялы судья (1978). БР‑ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2000). П.Ф.Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтын тамамлаған (1977). 6‑сы “Геркулес” СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры — Н.Д.Попов). Рәсәй чемпионы (2005—07), Европа чемпионаттарының көмөш призёры (2005, 2007), шәхси зачётта донъя чемпионаттарының көмөш (2006) һәм бронза (2007) призёры, мастерҙар араһында команда зачётында Европа чемпионаттарының еңеүсеһе (2005) һәм көмөш призёры (2006). 1972 й. алып 6‑сы “Геркулес” СДЮСШОР‑ының тренер‑уҡытыусыһы, өлкән тренер‑уҡытыусыһы һәм директор урынбаҫары, 1979 й. башлап “Спартак” ДСО‑һының Башҡортостн, Рәсәй һәм Үҙәк советтары, 1990 й. — БР йыйылма командаһы һәм БР‑ҙың Юғары спорт оҫталығы мәктәбе, 1997—2004 йй. — Рәсәй паралимпия йыйылма командаһының өлкән тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында О.В.Крецул, В.Н.Мичурин, В.Е.Сафонов, М.Е.Яковлев, шулай уҡ 40‑ҡа яҡын СССР һәм Рәсәй спорт мастеры. БР-ҙың Халыҡтар дуҫлығы (2017), Салауат Юлаев (2014) ордендары, 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орденының миҙалы менән бүләкләнгән (2002).

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина




Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.08.2022