КӘСЕПТӘР
КӘСЕПТӘР, традицион шөғөлдәр. Башҡорттарҙың К. Башҡортостандың тәбиғәт һәм климат үҙенсәлектәренә, хужалыҡ итеүҙең традицион формаларына (ярым күсмә малсылыҡ, игенселек һ.б.), көнкүреш һәм тарихи-мәҙәни традицияларға бәйле була. Урман К., солоҡсолоҡ, һунарс‑ҡ, балыҡсылыҡ, емеш-еләк йыйыу һ.б. м‑н шөғөлләнгәндәр. Таулы һәм урманлы төбәктәрҙә ағас әҙерләү һәм һал ағыҙыу эше нығыраҡ үҫеш алған. Ағасты (ҡарағай, ҡарағас, шыршы, имән, ҡайын, уҫаҡ, йүкә һ.б.) тау заводтары өсөн (ҡара: Тау сәнәғәте), ш. уҡ көньяҡ дала райондарына һатыу өсөн әҙерләгәндәр. Ағас ҡырҡыу урындарынан бүрәнәләрҙе көҙөн — һөйрәткеләргә, ҡышын саналарға (ҡара: Егеүле транспорт) тейәп сығарғандар, һуңынан яр буйына өйөп, яҙ һыу ташҡан ваҡытта Ағиҙел, Өфө, Әй, Эҫем, Йүрүҙән, Урал, Оло Эйек (Һаҡмар й. ҡушылдығы), Һаҡмар һ.б. йй. буйлап ағыҙғандар. Бүрәнәләрҙе ҙур йылғаларҙа — һал м‑н, тау йылғаларында берәм-берәм ағыҙғандар, эш июнгә тиклем барған, ҡайһы ваҡыт көҙгәсә дауам иткән. Урман К. ш. уҡ таҡта, ҡайыр, ҡабыҡ, ҡурыз, сей йүкә, транса, һалабаш, поташ, ыҫмала, туҙҙан дегет әҙерләү ингән. Бөрө өйәҙендә, Бәләбәй өйәҙендә, Өфө өйәҙендә, Стәрлетамаҡ өйәҙендә йүкәнән септә, ҡап һуғыу эштәре һ.б. таралған була. Тау сәнәғәте үҫешеү м‑н тау заводтарына мәғдән, күмер, балсыҡ, эзбизташ, ш. уҡ пристандәргә әҙер продукция ташыу м‑н шөғөлләнгән ылау ҡыуыу үҫеш алған. 18 б. уртаһына тиклем башҡорттар тоҙ сығарыу эше м‑н Илек һ.б. тоҙ ятҡылыҡтарында (ҡара: Тоҙ сығарыу кәсептәре), ш. уҡ Урал аръяғының тоҙло күлдәрендә (1754 й. яһаҡ түләү хөкүмәт магазиндарынан тоҙҙо мәжбүри һатып алыуға алмаштырылған, уны ирекле сығарыу тыйылған) шөғөлләнгәндәр. 19 б. уртаһында традицион К. һәм һөнәрҙәрҙең (ҡара: Һөнәрселек) ҡайһы бер төрҙәре нигеҙендә һөнәрселек кәсебе үҫеш алған, ситкә китеп эшләү, ш. иҫ. тау, һабын ҡайнатыу, май шәм эшләү, шарап ҡыуыу заводтарында, күн заводтарында, поташ заводтарында, туң май иретеү заводтарында, приискылар һәм рудниктарҙа, тимер юлдарҙа ялланып эшләү киң таралған. 20 б. сәнәғәт алға китеү м‑н күп К. үҙҙәренең әһәмиәтен юғалта һәм яйлап юҡҡа сыға, ҡайһы бер урман сәнәғәте хужалыҡтарында сайыр йыйыу, дегет әҙерләү, һалабаш сығарыу һаҡланған. 20 б. аҙ. ауыл ерендә К. ҡайһы бер төрҙәре яңынан тергеҙелә башлай (арба, сана яһау, кәрзиндәр үреү һ.б.).
М.Ғ.Муллағолов
Тәрж. М.В.Хәкимова