ҠОШТАР КУЛЬТЫ
ҠОШТАР КУЛЬТЫ, кешеләр м‑н ҡоштар араһындағы ҡәрҙәшлек хаҡында ышаныуға, уларҙы ғәҙәттән тыш көскә эйә тип иҫәпләүгә (ҡара: Тотемизм) нигеҙләнгән дини хөрәфәт. Башҡорттарҙа Ҡ.к. исламға тиклемге дини инаныу элементы иҫәпләнә. Ниндәйҙер дәрәжәлә үҙгәреш кисереп, өлөшләтә һаҡланған һәм традицион мәҙәниәттең төрлө аспекттарында сағылыш тапҡан.
Айырыуса аҡҡош, торна, кәкүк, ҡарға, бөркөт, ҡарағош, өйрәк һ.б. ҡоштар хөрмәт ителгән; бөрйән, ғәйнә, ҡаңлы ырыуҙарында — торна, тамъяндарҙа — ҡарға, төньяҡ түңгәүерҙәрҙә — бөркөт, мең ҡәбиләһенә ҡараған ҫыбы-мең ырыуында — ҡарағош, илкәй-меңдәрҙә ҡарсыға изге ҡош иҫәпләнгән (ҡара: Онгон). Был ҡоштарҙы үлтереү, ояларын туҙҙырыу, уларҙың итен һәм йомортҡаһын ашау тыйылған. Башҡ. фольклорында торна ырыуға уңыш килтереүсе, уны яҡлаусы (ҡара: “Сыңрау торна”) булып сығыш яһай, уның торлаҡ ҡыйығына ҡорған ояһы именлек билдәһе тип ҡабул ителгән. Хөрәфәттәргә ярашлы, торналарҙың ауыл эргәһендәге уйыны, ҡысҡырышыуҙары бәлә-ҡаза т‑да иҫкәрткән. “Торна бейеүе” (йола рәүешендә төрлө бәлә-ҡазаларҙы иҫкәртеү өсөн башҡарылған) тип аталған халыҡ бейеүенең бер нисә варианты һаҡланған. Кешенең ҡошҡа әүерелеүе кеүек башҡ. йәшәп килгән инаныуҙар легендаларҙа (“Бала ҡарға”, “Саҡ менән Суҡ”) һәм мифтарҙа сағылыш тапҡан, унда йәш ҡыҙҙың — аҡҡошҡа, балаларын ташлап киткән ҡатындың кәкүккә әүерелеүе һ.б. һынландырыла. Ҡоштарҙың тырнағы, мамығы, ҡанаты һәм ашҡаҙанынан алынған таштар сихри көскә эйә (ҡара: Магия), тип иҫәпләнгән, уларҙы һаҡлағыс сифатында, халыҡ медицинаһында (мәҫ., һуйыр тырнағы м‑н ҡарға үтен күҙ ауырыуҙарын һ.б. дауалау өсөн) ҡулланғандар. Ҡ.к. башҡорттарҙың биҙәү-ҡулланма сәнғәтендә лә сағыла: ҡош биҙәктәре балаҫ (ҡара: Балаҫ һуғыу), таҫтамал орнаментында, башҡорт кейемендә, архитектурала һ.б. осрай. Ҡарғатуй, кәкүк сәйе кеүек байрамдар Ҡ.к. м‑н бәйле.
Ҡоштарға табыныу ҡайһы бер башҡ. ырыу-ҡәбилә берләшмәләренең ата-бабаларының килеп сығышы т‑дағы ышаныуҙары м‑н аңлатыла. Быны “торна” (бөрйән, түңгәүер, үҫәргән, әйле, юрматы ҡәбиләләрендә ара атамаһы), “бөркөт” (табын), “ҡарағош” (бөрйән), “ҡарға” (ҡыпсаҡ, танып), “ҡоҙғон-ҡатай” (ҡатайҙарҙа ырыу атамаһы), “ҡоҙғон” (мырҙалар) этнонимдары (ҡара: Этнонимика) дәлилләй. “Урал батыр” эпосына ярашлы, башҡорттарҙың тәү әсәһе булып Ҡояш м‑н ҡоштар батшаһы Самрауҙың ҡыҙы Һомай иҫәпләнә. Юрматы ырыуы риүәйәте б‑са, улар һылыу ҡыҙға әүерелгән аҡҡошҡа өйләнгән Юрмый хандан таралған. Борон Көньяҡ Уралда Ҡ.к. таралыуы хаҡында йәнлек стилендә эшләнгән ҡоштар төшөрөлгән археологик табылдыҡтар ҙа һөйләй, ш. уҡ Ибн Фаҙлан яҙмаларында телгә алына. Ҡ.к. Һинд-Европа, Кавказ, Урал-Алтай һ.б. байтаҡ халыҡтарҙа булған.
Әҙәб.: Сулейманова М.Н. Доисламские верования и обряды башкир. Уфа, 2005.
А.Ф.Илембәтова
Тәрж. М.Х.Хужин