Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӘҮ ТЕЛ

Просмотров: 1342

ТӘҮ ТЕЛ, диалекттарынан ҡәрҙәш телдәр берләшмәләре (ҡара: Телдәр классификацияһы) барлыҡҡа килгән ата‑бабалар теле. Т.т. реконструкциялау булған телдәрҙең (ҡара: Сағыштырма‑тарихи тел ғилеме) генетик яҡтан оҡшаш элементтарын дөйөмләштереүгә нигеҙләнә.

Хәҙ. төрки телдәрҙең нигеҙендә алтай берлегенән (ҡара: Алтай телдәре) аҙағына тиклем айырылып бөтмәгән, төркиҙәргә тиклемге осорҙағы телгә барып тоташҡан төрки Т.т. ята. Төрки Т.т. үҫешендә иртә һәм һуңғы осорҙар айырыла; һуңғы этапта төбәк Т.т. тәү болғар, тәү ҡарлыҡ, тәү ҡыпсаҡ (ҡара: Ҡыпсаҡ телдәре), тәү ҡырғыҙ, тәү уғыҙ, тәү тобас, тәү яҡут телдәренә тарҡала; улар төрки телдәрҙең хәҙ. төркөмдәренә башланғыс биргән, тип фараз ителә.

Реконструкцияланған төрки Т.т. фонетик, морфол., синтаксик кимәлдәге үҙенсәлектәр айырыла. Тартынҡылар системаһы лабиаль, денталь һ.б. модификацияларҙа шартлаулы, спирант һәм сонанттарҙан тора, мәҫ.: [*t] — көсһөҙ денталь шартлаулы, [*s] — һаңғырау апикаль спирант, [*j] — талғын палаталь сонант һ.б.; һуҙынҡылар палаталь (мәҫ., [*i], [*e] һ.б.) һәм палаталь булмаған ([*a], [*u] һ.б.) сингармоник рәттәргә бүленә, оҙонлоҡ‑ҡыҫҡалыҡ б‑са ҡаршы ҡуйыла. Морфологик төҙөлөшөндә күплек һан (*‑t, *‑lar), эйәлек категорияһы аффикстары (берлектә 1‑се затта *‑(Ι)m, күплектә *‑(Ι)mΙrˇ, берлектә 2‑се затта *‑(Ι)ƞ, күплектә *‑(i) ƞΙrˇ, берлектә һәм күплектә 3‑сө затта *‑Ι/‑sΙ); килеш формаларының ҡатмарлы системаһы (төп, төшөм, эйәлек, датив, инструменталь, урын, аблатив, комитатив, директив һ.б.); килеш м‑н үҙгәрештең исем һәм алмаш типтары; ҡылым формаларының полисемантизмы һ.б. айырыла.

Төрки Т.т. синтаксисында төп ике компонентлы конструкциялар бар, уларҙың нигеҙен тарҡатылмаған мәғәнәле процесты аңлатҡан һүҙ һәм уның билдәләре тәшкил итә: предмет мәғәнәһендәге һүҙ алдында ул — атрибутив функция (аныҡлаусы), постпозицияла предикат ролен (хәбәр) үтәй.

Әҙәб.: Сравнительно‑историческая грамматика тюркских языков. Пратюркский язык‑основа. Картина мира пратюркского этноса по данным языка. М., 2006.

Ш.В.Нафиҡов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: