АҒАС ӘЙБЕРҘӘР
АҒАС ӘЙБЕРҘӘР, ағастан йәки ағас материалдарҙан яһалған төҙөлөш деталдәре (тотош йәки йәбештерелгән бурса, таҡта һәм плита һ.б.), йыйыу берәмектәре (тәҙрә һәм ишек блогы, ағас бүлкә, кәртә һәм панель һ.б.), ағас панелдәрҙән йыйылмалы йорттар, мебель һ.б. Яһау технологияһы б‑са бер бурсалы, күп бурсалы (каркаслы), көпләнгән каркаслы (каркаслы‑панелле), каркасһыҙ (панелле-кәртәле) А.ә. бүленәләр.
А.ә. Башҡортостанда 20 б. 50‑се йй. алып “Башлеспром”, “Башстройдеталь” ААЙ‑лары пр‑тиеларында, 90‑сы йй. “Ишбирҙе урман сәнәғәте хужалығы” (Баймаҡ р‑ны), “Ҡурай” (Ағиҙел ҡ.), “Урман плюс” (Стәрлетамаҡ ҡ.) ЯСЙ‑ларында һ.б. сығарыла.
Ә.М.Ғәзизов
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов