Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЕТАЛДАРҘЫ ТЕРМИК ЭШКӘРТЕҮ

Просмотров: 1541

МЕТАЛДАРҘЫ ТЕРМИК ЭШКӘРТЕҮ, металл һәм иретмәләрҙең структураһын һәм үҙенсәлектәрен бирелгән йүнәлештә үҙгәртеү өсөн уларға йылылыҡ ярҙамында тәьҫир итеү; материалдарҙы термик ысул менән эшкәртеүҙең бер төрө. Металдың технологик үҙенсәлектәрен (баҫым, ҡырҡыу һ.б. ярҙамында эшкәртеү) яҡшыртыу өсөн — аралаш, уға механик, физик һәм химик үҙенсәлектәр комплексын (ныҡлыҡ, ҡатылыҡ һ.б.) биреү өсөн һуңғы операция булараҡ ҡулланыла. Температураны үҙгәртеү металл һәм иретмәләрҙең структураһында фаза әүерелеүҙәренә (полиморфлы әүерелеүҙәргә, артыҡ фазаның юғалыуына) килтереүе ихтимал. Металдарҙа барған структур үҙгәреүҙәрҙең төрөнә ҡарап 1‑се һәм 2‑се төр яндырыуҙы (бирелгән т‑ранан башлап аҡрын ғына һыуытыу), сыныҡтырыуҙы (билдәләнгән т‑ранан алып тиҙ генә һыуытыу; полиморфлы әүерелдереү м‑н йәки унан башҡа), ҡайтарыу һәм иҫкереүҙе (сыныҡтырылған материалды ҡыҙҙырыу) айыралар. 1‑се төр яндырыуҙы — ҡойоу, металдарҙы баҫым ярҙамында эшкәртеү, иретеп йәбештереү һ.б. процестарҙан һуң металдарҙың структураһындағы тигеҙләнеш хәлен боҙоуға килтергән ҡалдыҡ көсөргәнешлекте кәметеү, рекристаллизация һәм гомогенизация; 2‑се төр яндырыуҙы т‑ра үҙгәргән ваҡытта фаза әүерелеүҙәре күҙәтелгән металл һәм иретмәләрҙе эшкәртеү өсөн ҡулланалар. Йылытыу ваҡытында артыҡ фаза төп фазала тулыһынса йәки өлөшләтә юғала торған металл һәм иретмәләр өсөн полиморфлы әүерелеүе булмаған сыныҡтырыу ҡулланыла. Һыуытҡан ваҡытта кристаллик рәшәткәһе яңырып тигеҙ булмаған фаза — мартенсит барлыҡҡа килә торған иретмәләрҙе полиморфлы әүерелеү м‑н сыныҡтырыу ысулы ярҙамында (мартенситҡа сыныҡтырыу) эшкәртәләр. Уларға ҡарата — ҡайтарыуҙы, полиморфлы әүерелеүһеҙ сыныҡтырылғандарына — иҫкереүҙе (был алюмин, магний, баҡыр, никель иретмәләренең һәм ҡайһы бер легирланған ҡоростарҙың ныҡлығын һәм ҡатылығын арттыра) ҡулланалар. М.т.э. башлыса машиналар эшләүҙә ҡулланыла. Башҡортостанда М.т.э. өлкәһендәге тикшеренеүҙәр Авиация техник университетында алып барыла: 1956—96 йй. М.Х.Рабинович тарафынан алюмин иретмәләрҙе термик ысул м‑н эшкәрткәндә барған процестар, 1960—80 йй. Л.И.Дауытова, М.Д.Ғәлимов, Е.Г.Гордиенко, А.А.Маркелов, А.М.Халиҡов тарафынан ҡоростарҙы термик ысул м‑н эшкәртеүҙе оптималләштереү өйрәнелә, 90‑сы йй. аҙ. тикшеренеүҙәрҙе Р.Ғ.Зарипов, М.В.Караваева, Ф.Ф.Мусин һ.б. дауам итә. 1878—82 йй. ӨАИ эргәһендәге “Тантал” махсус конструкторлыҡ‑технология бюроһында О.Ә.Ҡайбышев етәкс. термик юл м‑н эшкәрткәндә сәнәғәт иретмәләренең структураһы үҙгәреүе тикшерелә.

 В.И.Сергеев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019