Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИЛГЕ ҠАҒАНҒА АРНАЛҒАН ТАШЪЯҘМА

Просмотров: 1753

БИЛГЕ ҠАҒАНҒА АРНАЛҒАН ТАШЪЯҘМА, боронғо төрки әҙәбиәт әҫәре. 716—734 йй. Көнсығыш төрки ҡағанаты хакимы Билге ҡаған (Могулян) хөрмәтенә төҙөлгән ерләү комплексындағы яҙыулы ҡәбер ташы. Улан-Баторҙан көньяҡ-көнбайышҡа табан 400 км алыҫлыҡта Орхон й. һул ярында урынлашҡан. 1889 й. Н.М.Ядринцев тарафынан табыла, В.В.Радлов тарафынан өйрәнелә. Орхон-Йәнәсәй ҡомартҡылары телендә яҙылған, 735 й. ҡарай. Әҫәрҙең авторы — ҡағандың кәңәшсеһе, ышаныслы кешеһе һәм ғәскәр башлығы Йолығтәгин, ләкин хикәйәләү Билге ҡаған исеменән алып барыла. Йөкмәткеһе б‑са Күлтәгингә арналған ташъяҙмаға тап килә, ҡайһы бер фрагменттары һүҙмә‑һүҙ ҡабатлана. Шул уҡ ваҡытта һуғыш һәм походтар хаҡында Күлтәгингә арналған ташъяҙмаға инмәгән мәғлүмәттәр ҙә бар. Унда ентекләп һүрәтләнгән ваҡиғалар Б.ҡ.а.т. иҫкә генә алынып китә. Әҫәр Билге ҡағандың бар ғүмер юлын һүрәтләй, уны ерләү һәм ҡәбер ташы ҡуйылыу хәбәре м‑н тамамлана.

Әҙәб.: Малов С.Е. Памятники древнетюркской письменности Монголии и Киргизии. М.; Л., 1959; Стеблева И.В. Поэзия тюрков VI — VIII веков. М., 1965.

М.Х.Иҙелбаев

Тәрж. М.С.Ҡунафин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019