Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЕТРОВСКАЯ (Лесунова) Людмила Витальевна

Просмотров: 1017

ПЕТРОВСКАЯ (Лесунова) Людмила Витальевна (23.6. 1971, Өфө), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (1998). БДУ‑ны (1993), Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. (2004) тамамлаған. 1995 й. алып “Башинформ” ААЙ‑ы хеҙм‑ре: етәксе, 2002 й. башлап “Иҡтисад” бүлеге мөдире — етәксе урынбаҫары, 2003 й. — “БашвестЪ” интернет‑гәз. баш мөхәррир урынбаҫары, 2005 й. — ген. дир. махсус вәкиле, 2006 й. — “Башинформвидео” хеҙмәте ген. дир. махсус вәкиле — етәксеһе; 2008 й. — “Ардо” (Өфө) ижади берекмәһе директоры. Боден күле өҫтөндәге авиаһәләкәт (2002) т‑да мәҡәләләр серияһы, ш. уҡ иҡт. темаһына публицистик хеҙмәттәр авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (2002).

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Шәхестәр: