ИЗГЕ УРЫНДАРҒА ҒИБӘҘӘТ ҠЫЛЫУ
ИЗГЕ УРЫНДАРҒА ҒИБӘҘӘТ ҠЫЛЫУ, диндарҙарҙың изге урындарға табыныу өсөн сәйәхәте. Христиандар өсөн И.у.ғ.ҡ. урыны — Фәләстан, католиктар — Римға һәм Лорето (Италия), Лурд (Франция) ҡалаларына, православныйҙар Афон тауына (Греция), Бари ҡ. (Италия), Иерусалимға (Израиль) юллана; мосолмандар Мәккә һәм Мәҙинә ҡҡ. (Сәғүд Ғәрәбстаны) хажға бара. Рәсәйҙә Валаам утрауы, Оптий пустыны, Изге Троица Серафим-Дивеев ҡатын-ҡыҙҙар монастыры, Изге Троица Сергий лавраһы, Спасо-Преображение Соловки монастыры һ.б. ғибәҙәт ҡылыу урындары булып тора. Башҡортостан митрополияһында ғибәҙәткә йөрөтөү хеҙмәте ойошторолған. Башҡортостан православныйҙары ш. уҡ Берёзовка святитель Николай Чудотворец иконаһы, Богородский-Өфө Божья Матерь иконаһы, Табын Божья Матерь иконаһы пәйҙә булған урындарға, Успение Изге Григорий ир‑егеттәр монастырына (Благовещен р‑ны), Изге Батша Страстотерпецтары ҡатын‑ҡыҙҙар монастырына (Бәләбәй р‑ны) — блаженная Варвара, Марфа һәм Мария ҡатын-ҡыҙҙар монастырына (Көйөргәҙе р‑ны) — преподобная Зосима Эннатская, Изге Сергий кафедраль соборына преподобный Моисей ҡалдыҡтарына һ.б. ғибәҙәт ҡылырға бара. Мосолмандар пәйғәмбәрҙәр, әүлиәләр, абруйлы дин белгестәре һ.б. ҡәберҙәрендә ғибәҙәт ҡылалар (ҡара: Зыярат).
О.Б.Феклина
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина