Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОПОВ Пётр Дмитриевич

Просмотров: 1056

ПОПОВ Пётр Дмитриевич (24.1.1924, Өфө — 9.7.1991, Бөрө ҡ.), Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1940 й. алып Өфө паровоздар ремонтлау з‑дында эшләй. 1942 й. башлап Совет Армияһында. 1943 й. июленән — Үҙәк фронтта 7‑се гвардия див. 203‑сө уҡсылар полкының танкыға ҡаршы ҡорал отделениеһы ком., 1944 й. июненән 1‑се һәм 4‑се Украина фронттарында 18‑се армия 8‑се уҡсылар див. 229‑сы уҡсылар полкының разведка взводы ком. ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Дан. орд. м‑н сержант П. 1944 й. 29 сент. Турка ҡ. (Украина ССР‑ы), 1944 й. 6 дек. Чоп һәм 1945 й. 25 апр. Жилина ҡҡ. (икеһе лә — Словакия) янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнә. Демобилизациянан һуң (1947) — Өфөлә, 1957 й. алып Бөрөлә эшләй. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 1‑се (1956), 2‑се (1945) һәм 3‑сө (1944) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.10.2022