ПОПОВ Семён Ефремович
ПОПОВ Семён Ефремович [10.3.1917, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Кандаковка а. (БР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны) — 8.11. 1987, Прокопьевск ҡ.], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатншыусы. Кемерово өлк. Усть‑Барзас урман сәнәғәте хужалығында эшләгән. 1942 й. авг. алып Үҙәк, Белоруссия һәм 1‑се Белоруссия фронттарында 9‑сы танк корпусы 8‑се мотоуҡсылар бригадаһының разведка отделениеһы ком. ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Дан орд. м‑н П. 1944 й. 27 июлендә Яново торама пункты, 1945 й. 14 ғин. Радом ҡ. (икеһе лә — Польша), 25 апр. Берлин янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнә. Демобилизациянан һуң (1945) Прокопьевскиҙа йәшәй һәм эшләй. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943, 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943), 1‑се (1946), 2‑се (1945), 3‑сө (1944) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән.
Тәрж. М.Х.Хужин