Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОСПЕЛОВ Пётр Иванович

Просмотров: 2343

ПОСПЕЛОВ Пётр Иванович [10.8. 1924, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Ләүәле а. (БР‑ҙың Балаҡатай районы) — 11.12.2006, Златоуст ҡ.], Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1939 й. алып В.И.Ленин исемендәге заводта эшләй (Златоуст ҡ.). 1942 й. башлап Совет армияһында. Декабрҙән Брянск, Үҙәк һәм 1‑се Белоруссия фронттарында 13‑сө армияның 12‑се артиллерия дивизияһы 32‑се артиллерия бригадаһы 539‑сы гаубица артиллерия полкында разведчик булып хеҙмәт итә. Дан ордены менән П. 1943 й. 15—23 сентябрендә Жиличи а. (Украина ССР‑ы), 1944 й. 15 авгусында Пулава ҡ. (Польша) һәм 1945 й. 20 апрелендә Карциг а. (Германия) янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнә. Демобилизациянан һуң (1947) Златоуст тимер юл ст., 1967 й. башлап тимер‑бетон изделиелар заводында (Учалы ҡ.) эшләй. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944), 1‑се (1946), 2‑се (1944) һәм 3‑сө (1943) дәрәжә Дан ордендары менән бүләкләнгән. Тыуған ауылында П. уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ, Златоуст ҡ. Геройҙар аллеяһында бюст ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.10.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: