Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СВИДЕРСКИЙ Алексей Иванович

Просмотров: 1757

СВИДЕРСКИЙ Алексей Иванович [8.3.1887, Новгород-Северский ҡ. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Чернигов губ. Починок а.) — 10.5.1933, Рига, Мәскәүҙә ерләнгән], рев‑ция хәрәкәте эшмәкәре. Дворяндарҙан. 1899 й. алып РСДРП ағзаһы. Чернигов гимназияһын тамамлаған. 1899 й. ҡулға алынып, Өфө губ. һөргөнгә ебәрелә. 1901—02 йй. “Искра” (“Осҡон”) гәз. Өфө терәк пункты ағзаһы, Өфө т. юл оҫтаханалары эшселәренең йәшерен түңәрәге етәксеһе. 1901 й. В.А.Кугушев, Е.С.Сазонов һ.б. м‑н берлектә Урал социал-демократтар һәм социал- революционерҙар союзын төҙөй. 1902— 16 йй. Һамар, Тула, Рига, Киев ҡҡ. революцион эшмәкәрлек м‑н шөғөлләнә. 1917 й. февр. башлап “Вперёд” гәз. мөхәррире, окт. — Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары советы, Өфө губерна революцион комитеты рәйесе. 1918 й. алып Аҙыҡ-түлек ХК коллегияһы ағзаһы, РСФСР‑ҙың игенселек халыҡ комиссары урынбаҫары, 1922 й. — К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. ректоры. 1928 й. башлап РСФСР ХКС‑ының Сәнғәт эштәре б‑са Баш идаралығы нач., 1929— 33 йй. СССР‑ҙың Латвиялағы тулы хоҡуҡлы вәкиле. А.Деснянец, Северский, Шуровец псевдонимдары м‑н билдәле була. РСДРП(б)‑ның 6‑сы съезы делегаты. Өфөлә урамға С. исеме бирелгән.

Әҙәб.: К и з и н Ю.П. Алексей Иванович Свидерский. Уфа, 1971.

Е.П.Асабин

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.03.2023