ТӘБИҒӘТ ҠОМАРТҠЫЛАРЫ
ТӘБИҒӘТ ҠОМАРТҠЫЛАРЫ, һирәк осрай торған, алмаштырыу мөмкин булмаған, экология, фән, мәҙәниәт һәм эстетика яғынан ҡиммәтле булған тәбиғәт комплекстарын һәм уларҙың компоненттарын, шулай уҡ тәбиғи һәм яһалма барлыҡҡа килгән объекттарҙы үҙ эсенә алған махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре категорияһы. РФ‑тың һәм БР‑ҙың “Махсус һаҡланыусы биләмәләр тураһында” закондарына (1995) ярашлы ойошторола. Район, төбәк, федераль, халыҡ‑ара Т.ҡ. айырыла. Һаҡлау объекты буйынса биологик (ботаник, дендрологик, зоологик), геологик (геоморфологик, минералогик, палеонтологик), гидрологик, комплекслы (йәки ландшафлы) Т.ҡ. бүленә. 1965 й. Башҡортостанда тәүге Т.ҡ. ойошторола. Республикала дөйөм майҙаны 31343,1 мең га булған төбәк әһәмиәтендәге 178 Т.ҡ., ш. иҫ. 78 ботаник, 5 зоологик, 20 геологик, 13 гидрологик һәм 4 гидрогеологик, 58 комплекслы Т.ҡ. бар (2021; ҡара: таблица), улар араһында шарлауыҡтар, мәмерйәләр, күлдәр, тауҙар, минераль һыу сығанаҡтары, геологик яланғаслыҡтар, һирәк осраған флора һәм фауна төрҙәре булған урындар һ.б. БР Хөкүмәтенең 2014 й. 19 мартындағы ҡарарына ярашлы Күлйорттамаҡ мәмерйәһе, Күперле карст күпере, Ҡотоҡ, оҫҡон йыуаһы популяцияһы (Күгәрсен районы), Шүлгәнташ, Ямантау республика әһәмиәтендәге Т.ҡ. иҫәбенән сығарыла.
Әҙәб.: Г а р е е в Э.З. Геологические памятники природы. Уфа, 2004; Реестр особо охраняемых природных территорий Республики Башкортостан. Уфа, 2006.
З.Ф.Үләмәева
Тәрж. И.М.Япаров
Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт ҡомартҡылары
№ п/п |
Тәбиғәт ҡомартҡыһы |
Административ район |
Ойошторолоу йылы |
1 |
2 |
3 |
4 |
Ботаник |
|||
1 |
Аҙаҡлы й. тамағындағы Кесе Һүрәм й. үҙәне |
Ейәнсура |
1985 |
2 |
Аҡбарыҫ а. эргәһендәге шыршы культуралары |
Шаран |
1965 |
3 |
Александровка а. эргәһендә ултыртылған һаҡлағыс ағастар комплексы |
Дәүләкән |
1965 |
4 |
Андреевка а. эргәһендәге кедрҙар төркөмө |
Бөрө |
1965 |
5 |
Арый а. янындағы дала сейәһе ҡыуаҡлыҡтары |
Дыуан |
1965 |
6 |
Атауҙы күленең көнбайыш һәм көньяҡ ярҙары |
Әбйәлил |
1997 |
7 |
Баҡалы урман хужалығында ултыртылған ҡарт ылыҫлы ағас төрҙәре |
Баҡалы |
1965 |
8 |
Балғажы а. ҡаршыһындағы дала участкаһы |
Әлшәй |
1985 |
9 |
Балтатау һәм Топортау |
Баймаҡ |
2013 |
10 |
БДУ‑ның Бөрө филиалы дендрарийы |
Бөрө |
2005 |
11 |
“Берендей” балалар дендрологик паркы |
Бөрө |
2005 |
12 |
Благовещен ҡ. ҡарағай ултыртмалары |
Благовещен |
1965 |
13 |
Богачёв а. эргәһендәге тамырсалы һуған популяцияһы |
Баймаҡ |
2013 |
14 |
Бөрө ял йорто эргәһендәге ҡарағайлыҡ |
Бөрө |
1965 |
15 |
Буранғол а. ҡарт ҡарағас |
Әбйәлил |
2005 |
16 |
Венеция а. эргәһендәге ҡарағайлыҡ |
Дүртөйлө |
1965 |
17 |
Восток а. эргәһендәге ҡарағайлыҡ |
Илеш |
1965 |
18 |
Гуровка тауы |
Кушнаренко |
2009 |
19 |
Дөрдөр тауындағы янтайыусан шыҡтым ҡыуаҡлығы |
Ейәнсура |
2003 |
20 |
Дүртөйлө йырыны |
Шаран |
1985 |
21 |
Ермолаевка дендропаркы |
Көйөргәҙе |
1965 |
22 |
Йоматау тәжрибә урман культуралары |
Шишмә |
1965 |
23 |
Канонников тауы |
Ейәнсура |
2003 |
24 |
Клюквенный һаҙлығы |
Архангел |
2005 |
25 |
Кожай‑Максим а. эргәһендәге ҡарағай урманы |
Йәрмәкәй |
1965 |
26 |
Комсомол а. зәңгәр шыршыултыртылған парк |
Дәүләкән |
1965 |
27 |
Кәкүк ситеге популяцияһы |
Туймазы |
2010 |
28 |
Ҡалмаш а. янындағы һаҡлағыс ултыртмалар комплексы |
Шишмә |
1965 |
29 |
Ҡандра тимер юл станцияһы буйында ултыртылған ҡарағайҙар |
Туймазы |
1965 |
30 |
Ҡарағай культуралары (1903—11 йй. ултыртылған) |
Иглин |
1965 |
31 |
Ҡарағай үҙәне |
Мәләүез |
2011 |
32 |
Ҡарағас культуралары |
Туймазы |
1965 |
33 |
Ҡарағас культуралары |
Әлшәй |
1965 |
34 |
Ҡараһыйыр ҡарт ҡарағасы |
Әбйәлил |
2005 |
35 |
Ҡарт ҡарағас культуралары |
Бөрө |
1965 |
36 |
Ҡыҙҙартау |
Салауат |
2005 |
37 |
Ҡыҙларбиргән а. эргәһендәге ҡарт ҡарағастар |
Йылайыр |
1965 |
38 |
Ҡыр баҙыяны популяцияһы |
Миәкә |
1985 |
39 |
Ҡырҡтытау һыртындағы Ултыҡ‑Ҡарағас төбәге |
Әбйәлил |
1997 |
40 |
Максимовский төбәге |
Әлшәй |
2005 |
41 |
Маҡан й. үҙәне |
Хәйбулла |
2003 |
42 |
Маты й. тамағындағы ҡарағайлыҡ |
Баҡалы |
1965 |
43 |
Маяҡтау |
Күгәрсен |
2003 |
44 |
Мичурин шыршыһы һәм ҡарт ҡарағас ултыртмалары |
Бәләбәй |
2005 |
45 |
Мүкле һаҙлығы |
Краснокама |
2009 |
46 |
Непейцев дендропаркы |
Өфө |
1965 |
47 |
Николо‑Берёзовка урман хужалығындағы шыршы һәм ҡарағай ултыртмалары |
Краснокама |
1965 |
48 |
Николо‑Берёзовка урман хужалығындағы юғары бонитетлы тәбиғи ҡарағайлыҡ |
Краснокама |
1965 |
49 |
Озерки а. эргәһендәге ҡарағайлыҡ |
Мәләүез |
2011 |
50 |
Оло Шатаҡ тауындағы ҡарағас урманы |
Белорет |
1965 |
51 |
Оҫҡон йыуаһы популяцияһы |
Мишкә |
1985 |
52 |
Өфө тәжрибә баҫыуын һаҡлаусы урман һыҙаттары |
Өфө |
1965 |
53 |
Попковский күлдәре төбәге |
Хәйбулла |
2003 |
54 |
Себер кедры культураһы |
Белорет |
1965 |
55 |
“Сик” реликт ҡарағайы |
Дыуан |
2005 |
56 |
Стәрлетамаҡ урмансылығының 13‑сө кварталындағы ҡарағай һәм шыршы культуралары (42‑се выдел) |
Стәрлетамаҡ |
1985 |
57 |
Стәрлетамаҡ урмансылығының 16‑сы кварталындағы ҡарағай культуралары (23‑сө выдел) |
Стәрлетамаҡ |
1985 |
58 |
Стәрлетамаҡ урмансылығының 19‑сы кварталындағы кедр культуралары (17‑се выдел) |
Стәрлетамаҡ |
1985 |
59 |
Суҡраҡ сейәлеге төбәге |
Хәйбулла |
2003 |
60 |
Сәйетбаба а. эргәһендәге сәтләүек ағасы ҡыуаҡлыҡтары |
Ғафури |
1965 |
61 |
Табылды сейәлектәре |
Стәрлебаш |
1965 |
62 |
Таналыҡ й. үҙәне |
Хәйбулла |
2003 |
63 |
Танышһаҙ |
Краснокама |
2009 |
64 |
Ташлы һаҙлығы |
Әлшәй |
2005 |
65 |
Төмәнәк а. эргәһендәге Саған һыҙаһы |
Туймазы |
1985 |
66 |
Төньяҡ Ҡыраҡа һыртындағы оҫҡон йыуаһы популяцияһы |
Белорет |
1985 |
67 |
Упҡанкүл |
Нуриман |
1965 |
68 |
Упҡанкүл а. эргәһендәге Упҡанкүл һаҙлығы һәм күле |
Асҡын |
1985 |
69 |
Үләнде күленең көнсығыш яры |
Әбйәлил |
1997 |
70 |
Һаҡлау урманы |
Краснокама |
2009 |
71 |
Һалдыбаш төбәгендәге йүкәлек |
Иглин |
2005 |
72 |
Чуркин һаҙлығындағы орхидея популяциялары |
Өфө |
2005 |
73 |
Шишмә урман хужалығының 73‑сө кварталы |
Шишмә |
1985 |
74 |
Шөңгәккүл дала дендропаркы |
Шишмә |
1965 |
75 |
Шығай а. эргәһендәге ҡарт ҡарағас |
Белорет |
2005 |
76 |
Әңгәсәк ҡарағайлығы |
Дүртөйлө |
1965 |
77 |
Юлбарыҫ а. эргәһендәге оло ҡарағас |
Хәйбулла |
2003 |
78 |
Яңы Ҡайынлыҡ а. эргәһендәге реликт ҡарағайлыҡ |
Краснокама |
1965 |
Геологик |
|||
1 |
“Алыҫ Төлкәс” геологик киҫелеше |
Ғафури |
2007 |
2 |
Аҫҡын боҙ мәмерйәһе |
Ғафури |
1965 |
3 |
Диңгеҙ фаунаһы менән өҫкө юра ҡомташтарының Никитин яланғаслыҡтары |
Көйөргәҙе |
1965 |
4 |
Ҡарлыман мәмерйәһе |
Ҡырмыҫҡалы |
1965 |
5 |
Ҡорманай мәмерйәләре |
Ауырғазы |
1965 |
6 |
Ҡотлоғужа өҫкө аҡбур тоҡомдары яланғаслыҡтары |
Ғафури |
1965 |
7 |
Ҡыҙылъяр мәмерйәһе |
Белорет |
1965 |
8 |
Ҡыуыштау мәмерйәһе |
Иглин |
1965 |
9 |
Лаҡлы а. эргәһендәге Әй й. буйында Ҡапҡаташ ҡаяһы |
Салауат |
1965 |
10 |
Лаҡлы мәмерйәһе |
Салауат |
1965 |
11 |
“Мәсетле” геологик киҫелеше |
Салауат |
2007 |
12 |
Оло Ҡалпаҡ ҡаяһы |
Иглин |
1965 |
13 |
Охлебинин мәмерйәһе |
Иглин |
1965 |
14 |
Плиоцен дәүере балыҡтарының һөлдәләре менән балсыҡлы һәүерташтарҙың Сейәле‑Әтәс яланғаслыҡтары |
Илеш |
1965 |
15 |
Ромадановка йырыны |
Ишембай |
1965 |
16 |
Ситдиҡ‑Мулла а. эргәһендәге Өшкәтле йырыны |
Ауырғазы |
1965 |
17 |
“Тоҙйылға” геологик киҫелеше |
Ғафури |
2007 |
18 |
Уйташ тауы |
Учалы |
1965 |
19 |
Хажы мәмерйәһе һәм Берғамыт шишмәһе |
Ишембай |
1965 |
20 |
Янғантау |
Салауат |
1965 |
Гидрологик |
|||
1 |
Асы шарлауығы |
Архангел |
1965 |
2 |
Атыш шарлауығы |
Белорет |
1965 |
3 |
Ғәҙелша (Ибраһим) шарлауығы |
Баймаҡ |
1965 |
4 |
Зәңгәркүл шишмәһе |
Ҡырмыҫҡалы |
2003 |
5 |
Красный Ключ сығанағы |
Нуриман |
1965 |
6 |
Күҫәләр көкөртлө һыу сығанаҡтары |
Салауат |
1965 |
7 |
Ҡарағайкүл (Ворожеич) |
Учалы |
1965 |
8 |
Ҡорғаҙаҡ сығанағы |
Салауат |
1965 |
9 |
Мулдаҡкүл |
Әбйәлил |
1965 |
10 |
Саруа күле |
Нуриман |
1965 |
11 |
Яҡтыкүл |
Әбйәлил |
1965 |
12 |
Яҡут тоҙло һыу сығанағы |
Көйөргәҙе |
1965 |
13 |
Яманйылға, Саруа йй. һәм уларҙың тирә‑яғы |
Нуриман |
1985 |
Зоологик |
|||
1 |
Енғалыш төбәгендәге йыртҡыс ҡоштарҙың оялары һәм торналар йыйылған урындар |
Өфө |
2005 |
2 |
Оло һәм Кесе Энәк йй. йылға бағырының резерваты |
Күгәрсен |
1965 |
3 |
Оло һәм Кесе Әпшәк инештәрендәге йылға бағырының тәбиғәт резерваты |
Бөрйән |
1965 |
4 |
Йылға бағырының резерваты |
Ғафури |
1965 |
5 |
Әүжән урман хужалығындағы йыртҡыс ҡоштарҙың оялары |
Белорет |
1986 |
Гидрогеологик |
|||
1 |
Бөрө минераль һыу сығанаҡтары |
Бөрө |
1965 |
2 |
Красноусол минераль һыу сығанаҡтары |
Ғафури |
1965 |
3 |
Ассы минераль һыу сығанаҡтары |
Белорет |
1965 |
4 |
Уржум минераль һыу сығанаҡтары |
Бөрө |
1965 |
Комплекслы |
|||
1 |
Абдулла тауы |
Дыуан |
2005 |
2 |
Алатау участкаһы |
Ишембай |
1995 |
3 |
Арҡауыл һаҙлығы |
Салауат |
2005 |
4 |
Арский ташы төбәге |
Белорет |
1965 |
5 |
Бабай, Ҡушай һәм Һандыҡ түбәләре менән Ҡырҡтытау һырты участкаһы |
Әбйәлил |
1997 |
6 |
Балҡантау |
Әлшәй |
1965 |
7 |
Бездонный Ключ һаҙлығы |
Бишбүләк |
2018 |
8 |
Билгеләр төбәге |
Нуриман |
2011 |
9 |
Бишҡайын һаҙлығы |
Ауырғазы |
2018 |
10 |
Гладкий тауы |
Дыуан |
2005 |
11 |
Ҙур һәм Бәләкәй Ялан күлдәре |
Дүртөйлө |
1965 |
12 |
Егән мәмерйәһе һәм уның тирә‑яғы |
Ишембай |
1985 |
13 |
Ирәндек һыртының Ҡоҙғонташ тауы |
Әбйәлил |
1997 |
14 |
Ирәндек һыртының Тағанташ тауы |
Әбйәлил |
1997 |
15 |
Иҫке Балбыҡ һаҙлығы |
Учалы |
2018 |
16 |
Йөрәктау |
Стәрлетамаҡ |
1985 |
17 |
Карпис һаҙлығы |
Учалы |
2018 |
18 |
Көркәк һыртының Көркәк тауы |
Әбйәлил |
1997 |
19 |
Ҡаракүл һаҙлығы |
Дыуан |
2005 |
20 |
Ҡарашар һаҙлығы |
Дыуан |
2005 |
21 |
Ҡасҡарҙы һаҙлығы |
Учалы |
2018 |
22 |
Ҡорманайбаш һаҙлығы |
Миәкә |
2018 |
23 |
Ҡотҡор төбәге |
Белорет |
1965 |
24 |
Ҡурҡырауыҡ һаҙлығы |
Учалы |
2018 |
25 |
Ҡуштау |
Ишембай |
2020 |
26 |
Ҡыйышҡы (Аксаков) күле |
Ҡырмыҫҡалы |
1965 |
27 |
Ҡырҡтытау һыртының Ҡараташ тауы |
Әбйәлил |
1997 |
28 |
Ҡырҡтытау һыртының Һыуосҡан төбәге |
Әбйәлил |
1996 |
29 |
Лағыр һаҙлығы |
Салауат |
2005 |
30 |
Мүклеһаҙ |
Илеш |
2018 |
31 |
Мәмәк һаҙлығы |
Кушнаренко |
2018 |
32 |
Наратһаҙ төбәге |
Мишкә |
2005 |
33 |
Нурок һаҙлығы |
Әбйәлил |
2018 |
34 |
Озерский һаҙлығы |
Дыуан |
2005 |
35 |
Олимпия мәмерйәһе һәм уның тирә‑яғы |
Ишембай |
1985 |
36 |
Оло Таҙтүбә тауы |
Дыуан |
1985 |
37 |
Осиновка карслы һаҙлыҡтары |
Бөрө |
2018 |
38 |
Өлкөндө а. эргәһендәге карслы һаҙлыҡтар комплексы |
Дыуан |
2005 |
39 |
Өргөн күле һәм Өргөн ҡарағайлығы |
Учалы |
1965 |
40 |
Сабаҡай ҡаяһындағы мәмерйә |
Дыуан |
1965 |
41 |
Сатыртау |
Әлшәй |
2005 |
42 |
Сереккүл һаҙлығы |
Әбйәлил |
2018 |
43 |
Сосновый күле |
Дыуан |
2005 |
44 |
Сусаҡтау |
Әлшәй |
2005 |
45 |
Суслов карслы һаҙлыҡтары |
Бөрө |
2018 |
46 |
Татыш күле |
Илеш |
1965 |
47 |
Таштуғай тауҙары төбәге |
Хәйбулла |
2003 |
48 |
Торатау |
Ишембай |
1965 |
49 |
Туғарһалған күле һәм уның тирә‑яғы |
Ишембай |
1985 |
50 |
Урыҫ Швейцарияһы |
Бәләбәй |
2010 |
51 |
Һыулы йырын төбәге |
Бишбүләк |
2010 |
52 |
Таҙа соҡор төбәге |
Бөрө |
2018 |
53 |
Шумилов шарлауығы төбәге |
Туймазы |
2010 |
54 |
Шәмсетдин күле |
Бөрө |
1965 |
55 |
Ыласын мәмерйәһе һәм уның тирә‑яғы |
Ишембай |
1985 |
56 |
Этҡол һаҙлығы |
Ишембай |
2018 |
57 |
Әлйән тауы |
Ейәнсура |
2003 |
58 |
Әрүәк‑Рәз тауы |
Белорет |
1985 |