Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РЫЖОВ Алексей Андреевич

Просмотров: 1326

РЫЖОВ Алексей Андреевич (10.7.1931, БАССР‑ҙың Шишмә районы Каветка а. — 18.10.2022, Өфө ҡ.), инженер-механик. БР ФА‑ның почётлы академигы (1995), техник фәндәр докторы (1997). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1975), БР‑ҙың атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1995). ӨАИ‑ны тамамлаған (1959). 1950 й. алып 26‑сы Дәүләт союз заводының (Өфө ҡ.) серия‑конструкторлыҡ бүлегендә инженер‑конструктор. 1955—2013 йй. “Мотор” ҒПП‑нда эшләй: 1958 й. башлап төп конструктор, 1962 й. алып баш конструктор урынбаҫары, 1983 й. — баш конструктор, 1989 й. — баш конструктор—генераль директор, 1992 й. — генераль конструктор, 2000 й. — баш консультант, бер үк ваҡытта 1987—2013 йй. ӨДАТУ‑ла уҡыта. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге авиация двигателдәрен төҙөүгә арналған. Р. ҡатнашлығында А.И.Микоян исемендәге һәм П.О.Сухой исемендәге тәжрибә‑конструкторлыҡ бюроларының (Мәскәү ҡ.) самолёттары өсөн Р13‑300, Р13Ф‑300, Р25‑300, Р95Ш двигателдәре уйлап табылған һәм уларҙы күпләп етештереү башланған. Р. етәкселегендә Су‑25Т һәм Су‑25ТМ самолёттары өсөн Р195 двигателе, В.Н.Челомей исемендәге тәжрибә‑конструкторлыҡ бюроһының (Мәскәү ҡ.) пилотһыҙ осоусы аппараты өсөн 3Д‑25 марш моторы, бәләкәй гидроэлектростанциялар өсөн күсәр гидротурбиналары, 5‑се быуын самолёттары өсөн двигателдең түбән баҫым каскады һәм агрегаттар коробкаһы, РФ‑та беренсе ГТЭ‑10/95 газ турбиналы ҡулайлама һ.б. эшләнгән. СССР ЮС‑ының 12‑се саҡырылыш депутаты. СССР‑ҙың Дәүләт премияһы (1988), БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы (1999), БР ФА‑ның С.А.Гаврилов исемендәге премияһы (2010) лауреаты. Октябрь Революцияһы (1984), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) ордендары менән бүләкләнгән.

 Х е ҙ м.: Проектирование авиационных газотурбинных двигателей. М., 2000 (авторҙ.).

Х.С.Ғүмәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.02.2024
Шәхестәр:
0