РАБИНОВИЧ Меер Хаимович
РАБИНОВИЧ Меер Хаимович (26.2. 1920, Харьков — 1.3.1996, Өфө), инженер‑технолог. Техник ф. канд. (1950), проф. (1984). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1989), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1989). Мәскәү авиация технологиялары ин‑тын тамамлаған (1944). 1950—96 йй. ӨДАТУ‑ла уҡыта (1950—60 йй. механика‑технология ф‑ты деканы). Фәнни эшмәкәрлеге металдарҙы өйрәнеү ғилеме проблемаларына арналған. Р. етәкс. алюмин һәм утҡа сыҙамлы никель иретмәләрен эшкәртеү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. Р. тарафынан авиация двигателдәре турбиналарының көрәксәләрендәге төрлө бөртөклө булыуҙы юҡҡа сығарыу алымдары, алюмин иретмәләрен термомеханик һәм үтә һығылмалы эшкәртеү алымдары уйлап табыла һәм БР‑ҙың, РФ‑тың авиация пр‑тиеларына индерелә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы.
Х е ҙ м .: Прочность и сверхпрочность металлов. М., 1963; Прочность, температура, время. М., 1968; Термомеханическая обработка алюминиевых сплавов. М., 1972.
В.И.Добролюбов
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов