РАДИОЗОНДЛАУ
РАДИОЗОНДЛАУ, Ер йөҙөнән көплөк (шар) шартлай торған бейеклеккә тиклем (28—30 км) төп метеорологик дәүмәлдәрҙең (атмосфера баҫымы, т‑ра, һауаның дымлылығы, елдең тиҙлеге һәм йүнәлеше) вертикаль профилдәрен билдәләү өсөн аэрологик үлсәүҙәр үткәреүҙең бер ысулы. Р. аэрологик прибор (радиозонд) һәм ер өҫтө ҡорамалдары ярҙамында үткәрелә. Радиозонд һиҙгер датчиктарҙан, үлсәү үҙгәрткесенән һәм коммутация ҡоролмаһынан тора, водород йәки гелий тултырылған шарҙа күтәрелә. Ер өҫтө ҡорамалдары (радиолокация станцияһы йәки башҡа радиопеленгация ҡоролмаһы) радиозондтың осоуын оҙата, уның радиосигналдарын ҡабул итә һәм теркәй. Башҡортостанда аэрологик станция 1957 й. Өфөлә асыла. Аэрологик үлсәүҙәр тәүлегенә 2 тапҡыр үткәрелә, һөҙөмтәләрен иң тәүҙә һауа торошо хеҙмәтендә, Ерҙең ирекле атмосфераһындағы циркуляция процестарын тикшереүҙә ҡулланылған бейеклек картаһын төҙөү өсөн файҙаланыла. Шулай уҡ ҡара: Аэрология, Метеорология станцияһы.
Л.А.Лобанова
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов