РИФЕЙ
РИФЕЙ (лат. Riphaé montes — Рифей тауҙары, Уралдың боронғо исеме), Рәсәй кембрий алдының ҙур хроностратиграфик бүлексәһе. Башы — 1650±50 млн йыл, аҙағы — 600±10 млн йыл. Н.С.Шатский тарафынан айырып күрһәтелә (1945). М.И.Гарань, О.П.Горяинова, А.И.Иванов, Б.М.Келлер, В.И.Козлов, А.В.Маслов, А.И.Олли һ.б. тарафынан өйрәнелә. Венд м‑н бергә өҫкө протерозойҙы булдыра. Р. стратотибы булып Башҡорт мегантиклинорийының киҫелештәре тора, үҙенсәлекле микрофоссилий, строматолит, микрофитолит комплекстары м‑н характерланған һәм изотоп‑геохронологик датировкалары (улар нигеҙендә өҫкө кембрий алдын бүлгеләү һәм корреляциялау схемалары эшләнгән) булған серияларға ярашлы 3 седиментация циклы (аҫтан өҫкә: бөрйән, юрматы һәм ҡаратау) айырыла. Сериялар аҫҡы (бөрйәни), урта (юрматыни) һәм өҫкө (ҡаратауи) Р. хроностратиграфик берәмектәренең стратотиптары булып тора. Бөрйән серияһы полимиктлы, аркозлы, ялан шпаты‑кварцлы һәм кварцлы ҡомташтарҙан, алевролиттарҙан, доломиттарҙан, эзбизташтарҙан, углерод‑балсыҡлы һәүерташтарҙан, конгломераттарҙан һәм гравелиттарҙан тора. Тараташ антиклинорийында серия әй, һатҡы һәм баҡал свиталарына бүленә (аҫтан өҫкә); киҫелеш нигеҙендә Р. башын билдәләгән изотоп б‑са даталанған вулкан тоҡомдары бар. Ямантау антиклинорийы үҙәгендә серия оло инйәр, соран свиталарына һәм юша свитаһына айырыла, дөйөм ҡалынлығы 3700—5200 м. Юрматы серияһы кварцлы, ялан шпаты‑кварцлы алевролит һәм ҡомташтарҙан, конгломераттарҙан, доломиттарҙан, эзбизташтарҙан, углерод‑балсыҡлы һәүерташтарҙан ғибәрәт, вулкан һәм вулкан‑ултырма тоҡомдар бар; машаҡ свитаһына, егәлгә, егәҙе‑комаров һәм әүжән свиталарына бүленә, дөйөм ҡалынлығы 5500—7700 м. Серия башының изотоп б‑са йәше 1350±20 млн йыл. Ҡаратау серияһы сыбар карбонат‑терриген тоҡомдарҙан — составында ялан шпаты‑кварц булған төрлө бөртөклө ҡомташтар һәм алевролиттар, доломиттар, эзбизташтар, балсыҡлы һәүерташтарҙан тора; полимиктлы конгломерат һәм гравелиттарҙың ҡатлауҙары һәм линзалары бар; елмәрҙәк свитаһына, ҡытау свитаһына, инйәр свитаһына, минйәр свитаһына, уҡ һәм криволук свиталарына айырыла, дөйөм ҡалынлығы 2800—5300 м. Серия башының изотоп б‑са йәше — 1030±30 млн йыл, аҙағы — 600±10 млн йыл. Платформалы өлөшөндә 1,2— 3,6 км тәрәнлектә скважиналар м‑н Р. карбонат‑терриген, урыны м‑н магматик ҡатламдары асылған, улар ҡырпы, серафим һәм абдулла серияларына — йәше б‑са Көньяҡ Уралдың бөрйән, юрматы һәм ҡаратау серияларының аналогтарына бүленә. Ҡырпы серияһында кама буйы (петнур, нөркә, ротков, минай свиталары, дөйөм ҡалынлығы яҡынса 2000 м) һәм уръябаш (ҡалтасы һәм ҡабаҡ свиталары, дөйөм ҡалынлығы 2300— 4700 м) ярым сериялары айырыла. Серафим серияһы надеждин, туҡай, ольховка, үксә свиталарына бүленә, дөйөм ҡалынлығы 500—2080 м; абдулла серияһы леонидовка, приют, шихан һәм ләүйылға свиталарына айырыла, дөйөм ҡалынлығы 800— 1750 м. Башҡ. мегантиклинорийында Р. ултырмаларына барит, тимер мәғдәндәре, алтын, плавик шпаты, магнезит, полиметалл һәм төҙөлөш материалдары ятҡылыҡтары инә; Башҡортостандың көнбайышында углеводород сығанаҡтары (Сәлих, Шихан һ.б.) билдәле.
В.И.Козлов
Тәрж. Э.М.Юлбарисов