Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕРҘӘРҘЕ ЯҢЫРТЫУ

Просмотров: 1287

ЕРҘӘРҘЕ ЯҢЫРТЫУ, деградацияға бирелгән ерҙәрҙең (ҡара: Тупраҡтың боҙолоуы) уңыш биреүсәнлеген һәм иҡт. ҡиммәтен яңынан тергеҙеү, тирә-яҡ мөхит шарттарын яҡшыртыу б‑са эштәр комплексы. Файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарын эшкәрткәндә, төҙөлөш, геология-разведка эштәрен һ.б. башҡарғанда тупраҡ япмаһы боҙола, гидрогеол. һәм геол. режимдар үҙгәрә, техноген рельеф һ.б. барлыҡҡа килә. Е.я. һөҙөмтәһендә а.х. һәм урман ерҙәре, төрлө тәғәйенләнештәге һыу ятҡылыҡтары, рекреацион зоналар (ҡара: Рекреацион ағас ултыртыу), төҙөлөш өсөн майҙандар булдырыла. Е.я. әҙерлек (боҙолған терр‑яны тикшереп сығыу, яңыртыу йүнәлешен билдәләү, техник-иҡт. нигеҙләү һәм проект төҙөү), техник (участка өҫтөн тигеҙләү, планлаштырыу, кәҫ йәки карьер битләүҙәрендә террасалар төҙөү, тупраҡтың ныҡ бысранған ҡатламдарын алып ташлағандан һуң йомшартыу һәм һөрөү, һуңынан тупраҡты әҙерләнгән ергә кире һалыу), биол. (органик һәм минераль ашламалар индереү, сидераттар сәсеү, урман культураларын ултыртыу һ.б.) этаптарҙы үҙ эсенә ала. Башҡортостанда нефть сығарыу сәнәғәте, тау-ҡаҙылма сәнәғәте (Башҡортостан баҡыркөкөрт комбинаты, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты һ.б.) пр‑тиелары тарафынан, ш. уҡ төҙөлөш материалдарын сығарыу б‑са бик күп карьерҙарҙа боҙолған, бысратылған Е.я. ҙур әһәмиәткә эйә. 2007 й. респ. 2179 га ер боҙолған, 1524 га яңыртылған, ш. иҫ. һөрөнтө ергә — 1017 га, ауыл хужалығы ерҙәренә — 438 га, урман ултыртыуға — 2 га, һыу ятҡылыҡтары һ.б. маҡсаттарға — 67 га. Е.я. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Аграр университетта (М.Б.Әмиров), Башҡорт дәүләт университетында (Н.Ә.Кирәева, Е.И.Новосёлова һ.б.), Йәшәйеш хәүефһеҙлеге институтында (Н.С.Миңлеғәзимов), Биология институтында (А.А.Баталов, И.М.Ғәббәсова, Ф.Х.Хәзиев һ.б.), Урман тәжрибә станцияһында (Ю.Ф.Косоуров), Нефть техник университетында (Г.Ғ.Йәғәфәрова), Энергоресурстарҙы күсереү проблемалары институтында (Р.З.Абзалов, Ә.З.Сәхәбетдинова һ.б.) алып барыла.

Әҙәб.: Лесовосстановление на промышленных отвалах Предуралья и Южного Урала /А.А.Баталов [и др.]. Уфа, 1989; Габбасова И.М. Деградация и рекультивация почв Башкортостана. Уфа, 2004.

И.М.Ғәббәсова, Ф.Х.Хәзиев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: