МЕҢЪЯПРАҠ
МЕҢЪЯПРАҠ (Achillea), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 150 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Африкала һәм Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Һабаҡтары төҙ, өҫкө өлөшөндә тармаҡлы, төбөндә ағасҡа әйләнеүсән, бейеклеге 10— 100 см. Япраҡтары сиратлы, формалары ҡыяҡ йәки ланцет, ғәҙәттә, ҡауырһынлы, кимерсәкле М. — бөтөн. Аҡ, һарғылт аҡ, алһыу төҫтәге(ваҡ сәскәле М. — һары төҫтә) сәскәләре кәрзиндәргә йыйылған (урамалары каса йәки бокал формаһында, ҡатлы‑ҡатлы урынлашҡан); ситкеләре — инә, телле; үҙәктәгеләре — ике енесле, көпшәле. Дөйөм сәскәлектәре ҡалҡан рәүешле. Май—сент. сәскә ата. Емеше — шына һымаҡ оҙонса (тажһыҙ һәм өлпөһөҙ, ике аҡһыл төҫтәге ҡабырға м‑н) батынҡы орлоҡса, авг.—окт. өлгөрә. Аҫыл М. һәм шырт М. — башлыса респ. көньяҡ өлөшөндә далала, ҡалдауҙарҙа; ябай М. — урман ситтәрендә, болондарҙа; кимерсәкле М. — БР‑ҙың бөтә терр‑яһында йылға ярҙары буйлап, һыубаҫар туғайҙарҙа; ваҡ сәскәлеһе Башҡортостандың көньяҡ‑көнсығышында ҡомлоҡтарҙа, татырлы болондарҙа, ҡарағайлыҡтарҙа үҫә. Составында кумариндар, сапониндар, флавоноидтар, эфир майҙары һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Декоратив үҫемлектәр, мал аҙығы үҫемлектәре. Ябай М. — дарыу үҫемлеге.
С.С.Хәйретдинов
Тәрж. Г.А.Миһранова