Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АБУТАЛИПОВА Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы

Просмотров: 1449

АБУТАЛИПОВА Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы (30.3.1954, Стәрлетамаҡ ҡ.), тел белгесе, шағирә. Филология фәндәре докторы (2009). БР‑ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (2004), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1996), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2009). Яҙыусылар союзы ағзаһы (2000). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес урта мәктәбендә, 1978 й. алып Белорет ҡ. 1‑се мәктәп-интернатында, 1983 й. — 54‑се ПТУ‑ла, 1985 й. — 1‑се мәктәп-интернатта (икеһе лә — Стәрлетамаҡ ҡ.) эшләй. 1987 й. башлап БДУ-ның Стәрлитамаҡ филиалында уҡыта (1997—2000 йй. башланғыс кластар факультетының декан урынбаҫары). Фәнни хеҙмәттәре функциональ грамматика, башҡорт телен уҡытыу методикаһы проблемаларына арналған. “Сиңерткә йәшенмәк уйнай” (2002), “Мин үҫәм!” (2006), “Бесәй быйма эсендә=Котёнок в валенке” (2019) балалар өсөн китаптар авторы.

  Хеҙм.: Функционально‑семантическая категория аспектуальности в башкирском языке. Уфа, 2008; Средства репрезентации аспектуальных значений в тюркских языках. Уфа, 2013.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.08.2022
Связанные темы рубрикатора: