АГГЛЮТИНАТИВ ТЕЛДӘР
АГГЛЮТИНАТИВ ТЕЛДӘР, телдәрҙең типологик классификацияһы (ҡара: Телдәр классификацияһы) буйынса, һүҙ яһалышы (ҡара: Һүҙьяһалыш) һәм һүҙ үҙгәреше агглютинация юлы менән башҡарылған телдәр класы. А.т. монгол телдәре, тунгус‑манжур телдәре, төрки телдәр, фин‑уғыр телдәре, дравид, шулай уҡ, ҡайһы бер тел белгестәренең фаразлауҙары буйынса, япон һәм корей телдәре инә. Сингармонизм һәм изафет категорияһы булыуы А.т. мөһим һәм дөйөм типологик билдәләре булып тора.
Әҙәб.: Баскаков Н.А. Историко-типологическая характеристика структуры тюркских языков. М., 1975; шул уҡ. Теоретические основы классификаций языков мира. М., 1980.
М.В.Зәйнуллин
Тәрж. Г.М.Ҡотоева