Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘЗЕРБАЙЖАН ТЕЛЕ

Просмотров: 1669

ӘЗЕРБАЙЖАН ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (көньяҡ‑көнбайыш, йәки уғыҙ төркөмө). Әзербайжандарҙың милли теле, Әзербайжандың дәүләт теле. Шулай уҡ Грузияла, Әрмән­станда, Иранда, Иракта, Төркиәлә таралған. 2002 й. БР‑ҙа Ә.т. һөйләшеүселәр һаны 5 меңдән ашыу кеше тәшкил иткән. Ҡайһы бер грамматик һәм лексик билдәләре б‑са төрөк теленә яҡын. Хәҙерге төрки телдәрҙең ҡайһы берҙәренә башланғыс булған 7—11 бб. Үҙәк Азияла йәшәгән уғыҙ ҡәбиләләре теленә барып тоташа. Әҙәби Ә.т. 11 б. барлыҡҡа килә, 19 б. уртаһында баҡы‑шәмәхә диалекты һәм боронғо әзербайжан теле нигеҙендә тулыһынса формалаша. 4 диалект төркөмө бар: көнсығыш, көнбайыш, төньяҡ һәм көньяҡ. Башҡа төрки телдәрҙән айырмалы рәүештә, Ә.т. бөтә позицияларҙа [ә] фонемаһы йыш ҡулланыла. Сағ.: әзербайжанса “гәл” г[ә]л – башҡортса “кил” к[и]л, “әт” – ит [и]т. Ҡылым формалары системаһында 3‑сө зат мәғәнәһендә ҡулланылған ‑мыш, ‑малы махсус аффикс формалары бар. Сағ.: әзербайжанса “о ал‑мыш” – башҡортса “ул ал‑ған”, “о гел‑миш” – “ул килгән”, “о ал‑ма‑лы” – “ул алырға тейеш”, “о гел‑мели” – “ул килергә тейеш”. Синтаксисында теркәүесле ҡушма һөйләмдәр системаһы үҫешкән. 1929 й. тиклем яҙыуы ғәрәп яҙмаһы, 1929—39 йй. – латиница, 1939—91 йй. – кириллица нигеҙендә башҡарыла. 1991 й. башлап яңынан латин алфавиты ҡулланыла. Хәҙ. әзербайжан алфавиты 32 хәрефтән тора. Мәғлүмәттәр б‑са, 5 б. Кавказ Албанияһында (хәҙ. Әзербайжандың төньяғында) дини һәм художестволы йөкмәткеле төп һәм тәржемә китаптары яҙылған алфавит булған, тип фараз ителә.

Әҙәб.: Грамматика азербайджанского языка. Баку, 1971.

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: