Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛТЫН ТАМЫР

Просмотров: 1545

АЛТЫН ТАМЫР (Rhodiola), ҡалынъяпраҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 65 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Американың Атлантик һәм Тымыҡ океан ярҙарында таралған. Башҡортостанда ирәмәл А.т. үҫә. Ҡыҫҡа йыуан алтынһыу көрән тамырһабаҡлы, төп һәм күп һанлы ҡушымта тамырлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тармаҡһыҙ, бейеклеге 6—40 см. Япрағы ябай, ултырма, шыма ситле, эре тешле, йомро йәки оҙонса йомортҡа формаһында, киң шына һымаҡ нигеҙле. Сәскәһе ваҡ, ике енесле, ата йәки инә, 5 быуынлы, таж япрағы оҙонса, йәшкелт йәки һары төҫтә. Сәскәлеге ҡуйы, ҡалҡан формаһында. Май—июндә сәскә ата. Емеше күп япраҡлы, 3—5 оҙонса ҡыяҡ япраҡтан тора, июнь—июлдә өлгөрә. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы тауҙарының ҡая, дала, тундра экотоптарында үҫә. Составында флавоноидтар бар, медицинала ҡулланыла. Декоратив үҫемлек. Эндемик. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Әҙәб.: Ишмуратова М.М. Родиола иремельская на Южном Урале. М., 2006.

М.М.Ишморатова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019