Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАУТИШӘР

Просмотров: 1365

ТАУТИШӘР (Androsace), кәзә һаҡалы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, башлыса Евразияла, һирәкләп Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Мендәр рәүешле кәҫлектәр барлыҡҡа килтереүсе бер, ике һәм күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ йәки түшәлеүсән, яланғас йәки төклө, бейеклеге 9—35 см тиклем. Япраҡтары розетка һымаҡ, оҙонса‑кире йомортҡа йәки ланцет тиерлек формала, сите шыма йәки тешле, һаплы йәки ултырма. Сәскәләре ваҡ, аҡ йәки алһыу төҫтә, яңғыҙар йәки сатыр рәүешле сәскәлеккә йыйылған. Апр.—июлдә сәскә ата. Емеше — ҡумта, июнь—авг. өлгөрә. Еп рәүешле Т. дымлы һәм боҙолған йәшәү урындарында (респ. бөтә терр‑яһында таралған), эфемерҙар төньяҡ Т. һәм эре касалы Т. — далаларҙа, реликт Леман Т. — һирәк тау тундраһында (Ирәмәл, Ямантау һ.б. тауҙар), эндемик Кучеров Т. далаларҙа, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнсығыш армыттарында (Әбйәлил р‑ны) үҫә. Декоратив үҫемлектәр. Составында дуплаусы матдәләр, сапониндар, флавоноидтар һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Кучеров Т. һәм Леман Т. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.12.2024