Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘХМӘҘИНУРОВ Рөстәм Марат улы

Просмотров: 1435

ӘХМӘҘИНУРОВ Рөстәм Марат улы (11.4.1968, Өфө ҡ.), социолог. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1997), социология фәндәре докторы (2003). БР‑ҙың атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре (2013). БДПИ‑ны (1992), Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһын (Мәскәү ҡ., 1994) тамамлаған. 1990 й. алып БДПИ‑ла студенттар профсоюзы комитеты рәйесе. 1996 й. башлап БДУ‑ла уҡыта, бер үк ваҡытта 1999 й. тиклем БР Финанс министрлығының бүлек начальнигы урынбаҫары. 2004 й. алып Рәсәй социаль университетының Өфө филиалы директоры, 2015 й. башлап попечителдәр советы рәйесе. 2010 й. алып БР‑ҙа Рәсәй сәйәсәте төбәк мәктәбе дирекцияһы етәксеһе. 2022 й. башлап БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың рәйес урынбаҫары. Фәнни тикшеренеүҙәре иҡтисади социология проблемаларына һ.б. арналған. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 5—6‑сы саҡырылыш депутаты. 2019—22 йй. “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан бүлексәһе Төбәк башҡарма комитеты етәксеһе. Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2022).

  Х е ҙ м.: Управление внутрифирменным рынком труда: социологический анализ особенностей социально‑экономической политики на предприятиях. М., 2002; Экономическое пространство социальной работы. Уфа, 2008 (авторҙ.).

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.03.2023
Связанные темы рубрикатора: