ӘХМӘҘИЕВ Әлим Әхәт улы
ӘХМӘҘИЕВ Әлим Әхәт улы [8.9.1952, БАССР‑ҙың Йомағужа районы (БР‑ҙың Күгәрсен районы) Йомағужа а.], социолог, политолог. Философия фәндәре докторы (1993), профессор (1994). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2012). Әнүәр Ә.Әхмәҙиевтең ҡустыһы. БДУ‑ны тамамлаған (1975). 1981 й. алып Бөрө педагогия институтында уҡыта, 1994 й. — БР МК‑ның бүлек мөдире урынбаҫары, 1995 й. — БР Дәүләт Йыйылышының Закондар сығарыу палатаһы рәйесе урынбаҫары, 1999 й. башлап Закондар сығарыу палатаһының власть мәсьәләләре, милләттәр, йәмәғәт һәм дини берекмәләр эштәре буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, 2003 й. — БР Хөкүмәте аппаратында бүлек мөдире урынбаҫары, 2007—16 йй. БР Мәғариф министрлығының Республика балалар (үҫмерҙәр) ижады үҙәге директоры. Фәнни эшмәкәрлеге ауыл социологияһы, парламентаризм проблемаларына, аграр сәйәсәттең социаль аспекттарына арналған. Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1985).
Х е ҙ м.: Агропромышленный комплекс: социальные аспекты развития. М., 1984; Современные социально‑экономические теории. М., 1992; Генезис и развитие современной модели федерализма в России. Уфа, 2000 (авторҙ.).
Ғ.Ғ.Сәлихов
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов