ҒӘЗИЗОВ Мостафа Шакир улы
ҒӘЗИЗОВ Мостафа Шакир улы [5.10.1923, БАССР-ҙың Өфө кантоны Яңы Муса а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 27.10.2005, Өфө], танкист, капитан (2000). Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. В.И.Ленин ис. 1‑се Ульяновск бронетанк уч‑щеһын тамамлаған (1945). Ҡырмыҫҡалы р‑нының “Ҡыҙыл билге” к‑зында эшләгән. 1942 й. алып Совет Армияһында. Сент. башлап Көнбайыш, Калинин, Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында 22‑се, 1943 й. февр. алып 1‑се (1944 й. апр. башлап 1‑се гвардия) танк армиялары составында 3‑сө (1943 й. сент. башлап 8‑се гвардия) механизацияланған корпусы 10‑сы (1943 й. сент. башлап 21‑се гвардия) механизацияланған бригадаһы танк полкының разведка взводы уҡсыһы, ком. ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Дан орд. 1943 й. 24 дек. — 1944 й. 1 ғин. Житомир ҡ., 21— 29 мартта Тернополь ҡ. өсөн, 21— 23 июлдә Олешице ҡ. (Польша) янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1945 й. башлап Кавказ аръяғы һәм Киев хәрби округтарында механизацияланған подразделениелар командиры. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1959) Өфөлә йәшәй һәм эшләй. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944), 1‑се (1944 й. сент.), 2‑се (ш. уҡ йылдың майы) һәм 3‑сө (ш. уҡ йылдың февр.) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә Ғ. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Ғ.Һ.Булатов, А.Н.Пинтсон
Тәрж. Д.К.Үзбәков