АНИСКИН Михаил Александрович
АНИСКИН Михаил Александрович (19.11.1922, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Костин Күле артеле — 25.6.1944, Белорус ССР‑ының Студёнка а. янында, Пустынки а. ерләнгән), танкист, гвардия лейтенанты (1943). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Һарытау танк училищеһын тамамлаған (1943). 1941 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1943 й. башлап Воронеж, Ялан, 2‑се Украина һәм 3‑сө Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 5‑се гвардия танк армияһы 3‑сө гвардия механизацияланған корпусы 8‑се гвардия механизацияланған бригадаһы 44‑се гвардия танк полкының танк командиры гвардия лейтенанты А. 1944 й. 25 июнендә Студёнка а. янындағы һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин ордены менән бүләкләнгән (1945). А. Иглин районы Иглин а. һәм Пустынки а. һәйкәлдәр ҡуйылған, шулай уҡ уның исеме Пустынки а. һәм Иглин районы Охлебинин а. мәктәптәренә бирелгән.
Әҙәб.: Колядин Ф. “Считайте меня коммунистом!” //Славные сыны Башкирии. Кн.3. Уфа, 1968.
И.Ғ.Кәримова
Тәрж. Д.К.Үзбәков