Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРЫҪЛАН (Арыҫланов) Тимер Гәрәй улы

Просмотров: 1505

АРЫҪЛАН (Арыҫланов) Тимер Гәрәй улы [1.5.1915, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Кәкребаш а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны) — 19.3.1980, Өфө], шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1942). 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышы һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тын тамамлаған (1951). 1946—64 йй. (өҙөклөктәр м‑н) Октябрьский ҡ. мәктәптәрендә уҡыта. “Беҙҙең йәшлек” (1938) исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 20 б. 30‑сы йй. йәштәренең хеҙмәт дәртен маҡтап йырлай. “Окоптар төбөнән” (1944), “Тауҙар йырлай” (1950) шиғырҙар һәм поэмалар китаптары совет һалдаттарының Бөйөк Ватан һуғышындағы батырлығына арналған. Башҡ. нефтселәренең хеҙмәт батырлыҡтары хаҡындағы “Башҡортостан егете” (1949), “Тау ҡыҙы” (1949) поэмалары башҡ. поэзияһында оло ваҡиға була. “Ҡоҙалар, ҡоҙасалар” (1964), “Йәшәһен ир” (1968), “Ҡунаҡ булып кил, әсәйем” (1972) һ.б. сатирик һәм юмористик шиғырҙар йыйынтыҡтары авторы. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1985).

Хеҙм.: Һайланма әҫәрҙәр. Өфө, 1965; Өс ут араһында. Өфө, 1975; И смех, и грех: стихи. Уфа, 1970.

Әҙәб.: Харисов Ә.И. Әҙәби күренеш­тәр. Өфө, 1963.

М.Ф.Ғәйнуллин

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: