Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУПРАҠТЫҢ БИОЛОГИК АКТИВЛЫҒЫ

Просмотров: 1296

ТУПРАҠТЫҢ БИОЛОГИК АКТИВЛЫҒЫ, тупраҡта микроорганизмдар, ылымыҡтар һәм умыртҡаһыҙҙарҙың (селәүсендәр, моллюскылар, бөжәктәр һ.б.) йәшәү эшмәкәрлеге м‑н бәйле булған органик һәм минераль берләшмәләрҙең әүерелеү процестары йыйылмаһы. Уңдырышлылыҡ кимәлен, техноген бысраныу һәм боҙолоу, тупраҡ эрозияһы дәрәжәһен билдәләй. Микробиологик (төрлө систематик һәм физиол. төркөмдәргә ҡараған микроорганизмдарҙың һаны һәм биомассаһы б‑са, азот фиксация б‑са), биохимик (тупраҡтан углекислый газ бүленеп сығыуы, ферментатив активлыҡ, аминокислоталар йыйылыуы, целлюлозаның тарҡалыуы б‑са, нитрификация б‑са), зоол. (умыртҡаһыҙҙарҙың һаны һәм биомассаһы б‑са), альгологик (ылымыҡтарҙың һаны һәм биомассаһы б‑са) ысулдар м‑н билдәләнә. Башҡортостан тупраҡтарына Рәсәйҙең көнбайыш төбәктәрендәге оҡшаш тупраҡтар м‑н сағыштырғанда түбән биол. активлыҡ хас, был континенталь климат һәм тупраҡтың физик‑химик үҙенсәлектәренә бәйле. Иң юғары биол. активлыҡ м‑н ҡаратупраҡ, иң түбән активлыҡ м‑н көлһыу һәм һоро урман тупрағы айырыла. Ферментатив активлыҡ (инвертаза активлығы кимәле; мг/г): йыуылған ҡара тупраҡта — 20,6; типик ҡара тупраҡта — 17,2; һоро урман тупрағында — 12,3; кәҫле көлһыу тупраҡта— 11,0. 20 б. 50‑се йй. алып БАССР‑ҙа тупраҡтың микробиологик активлығы б‑са тикшеренеүҙәр Ауыл хужалығы институтында (Е.И.Соловьёва) һәм Биология институтында (И.А. Мазилкин) башлана. 70—80‑се йй. Биология ин‑тында тупраҡ умыртҡаһыҙҙарын — коллемболаларҙы (Г.М. Ханисламова) һәм азотфиксацияны (Б.Ф.Садиҡов) тикшереү үткәрелә. Тупраҡтың ферментатив һәм микробиологик активлығы Биология ин‑тында (Ф.Х.Хәзиев), Башҡорт дәүләт университетында (Н.Ә.Кирәева), Аграр университетта (Н.М.Нурмөхәмәтов) тикшерелә. Тупраҡ ылымыҡтары БДУ‑ла (И.Е.Дубовик, Г.Ғ.Ҡужәхмәтов, Р.Ғ.Миңлебаев), БДПУ‑ла (Р.Р.Кәбиров) өйрәнелә.

Әҙәб.: Х а з и е в Ф.Х. Системно‑экологический анализ ферментативной активности почв. М., 1982.

Ф.Х.Хәзиев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019