АВТОМАТЛАШТЫРЫЛҒАН ИДАРА ИТЕҮ СИСТЕМАҺЫ
АВТОМАТЛАШТЫРЫЛҒАН ИДАРА ИТЕҮ СИСТЕМАҺЫ, ҡатмарлы объект йәки процесс м‑н бирелгән маҡсатҡа ярашлы һәм объекттың хәҙ. торошо һәм тирә‑яҡ мөхит т‑дағы мәғлүмәтте эшкәртеү нигеҙендә идара итеү системаһы (системалағы функцияларҙың бер өлөшөн — анализ, планлаштырыу, идара итеү б‑са ҡарар ҡабул итеүҙе — кеше башҡара). Ул техник, матем. һәм программалы (ҡара: Программалау) саралар йыйылмаһынан, ш. уҡ кеше-оператор м‑н бер системаға (“кеше—машина” системаһы) берләштерелеп тупланған мәғлүмәт һәм белемдән (ҡара: Мәғлүмәт базаһы) тора. Билдәһеҙлек, ресурстар етешмәү шарттарында һәм көсөргәнешле хәлдәрҙә идара итеүҙең юғары һөҙөмтәле булыуын тәьмин итә.
А.и.и.с. структураһында ике система төркөмө айырыла: функциональ (идара итеү процесында туранан-тура ҡатнашыусы) һәм тәьмин итеүсе (тәьмин итеүҙең ойоштороу, хоҡуҡи, техник, иҡт., матем., программа төҙөү, мәғлүмәт биреү һ.б. төрҙәре). Пр‑тие м‑н А.и.и.с., технологик процесс м‑н А.и.и.с., ойоштороусы А.и.и.с. (идара итеү объекты — коллектив, тармаҡ, терр.‑етештереү комплексы) һәм функциональ автоматлаштырылған системаларҙы (автоматлаштырылған мәғлүмәт системалары, автоматлаштырылған проектлау системалары һ.б.) айырып йөрөтәләр.
Башҡортостанда А.и.и.с. сәнәғәт пр‑тиеларында, транспортта, банкыларҙа 20 б. 70‑се йй. башынан индерелә башлай. Пр‑тие м‑н А.и.и.с. уйлап табыу һәм индереү өсөн “Союзнефтеавтоматика” (ҡара: “Нефтеавтоматика”), “Спецгазавтоматика” ҒПБ‑лары, “АСУгазпром” Бөтә Союз ғилми-тикшеренеү һәм проект ин‑ты ойошторола. Энергоресурстарҙы күсереү проблемалары институтында магистраль үткәргес торбаларҙа пр‑тие м‑н А.и.и.с. индереү б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла. БР‑ҙа А.и.и.с. үҫеше тенденциялары хәҙ. мәғлүмәт технологиялары нигеҙендә интеграцияланған интеллектуаль А.и.и.с. уйлап табыуға йүнәлтелгән (90‑сы йй. башлап был кластағы А.и.и.с. өсөн “мәғлүмәт-идара итеү системалары” төшөнсәһе ҡулланыла). Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә 2000—05 йй. Baan IV пр‑тие м‑н А.и.и.с. индерелә.
Б.Ғ.Ильясов
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов