Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АНТОНИМДАР

Просмотров: 3078

АНТОНИМДАР (анти… һәм гр. onyma — исем), бер үк һүҙ төркөмөнә ҡараған, ҡапма‑ҡаршы мәғәнә аңлатҡан һәм контраст күренештәрҙе билдәләү өсөн ҡулланылған һүҙҙәр. А., бер үк ваҡытта сифат, үҙенсәлек, ваҡиға һ.б. сиген билдәләү менән бергә, ҡапма‑ҡаршылыҡтарҙың айырылғыһыҙ бәйләнешен күрһәтә.

   Мәғәнәләре буйынса сифат, баһа, күләм, ҙурлыҡ, оҙонлоҡ, йәш, ваҡыт, төҫ, хәл һ.б. сағылдыра алалар. Ҡайһы бер А. баҫҡыслы оппозиция хас: “ярлы” — “хәлле” — “бай”.      Тел (даими) һәм телмәр (контекстуаль) А. бүлеп йөрөтәләр.

  Тел А. мәғәнәүи ҡапма‑ҡаршылығы даими сағыла һәм ҡулланыуға бәйле түгел. Бер контекст шарттарында ғына антонимик мөнәсәбәттәргә ингән лексемалар телмәр А. һанала. Мәҫәлән, “Һүҙе татлы, күңеле ҡаты” мәҡәлендә телмәр А. сифатында “татлы” һәм “ҡаты” һүҙҙәре сығыш яһай. Төҙөлөшө буйынса А. бер тамырлы һәм төрлө    тамырлыға бүленә. Башҡорт теле А. күбеһе — төрлө тамырлы: “алыҫ” — “яҡын”, “бысраҡ” — “таҙа” һ.б.

  Бер тамырлы А. ҡапма‑ҡаршы мәғәнәләре бер үк тамырҙарҙы ҡаршы ҡуйыу менән түгел, ә уларға ҡушылыусы аффикстарҙы йәки аффикслы һәм аффиксһыҙ ҡатламдарҙы ҡаршы ҡуйыу менән билдәләнә: “бәхет” — “бәхетһеҙлек”, “ғәҙеллек” — “ғәҙелһеҙлек”, “ирек(лек)” — “ирекһеҙлек”, “тәмле” — “тәмһеҙ”, “үткер” — “үтмәҫ” һ.б.

  Күп мәғәнәле һүҙҙең төрлө мәғәнәләре менән сағыштырылған бер нисә А. булырға мөмкин, мәҫәлән, “еңел” — “ауыр” һәм “еңел” — “ҡыйын”. А. — антитезаның лексик нигеҙе.

  М.Х.Әхтәмовтың “Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге” (1973) башҡ. теле А. системалаштырылған йыйынтығы булып тора.

  Әҙәб.: Киекбаев Ж.Ғ. Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы. Өфө, 1966; Ҡаһарманов Ғ.Ғ. Башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы. Стәрлетамаҡ, 2002; Ишбердин Э.Ф. Историческое развитие лексики башкирского языка. М., 1986.

М.Х.Әхтәмов

Тәрж. Р.М.Шәрипова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 30.09.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: