АКТУАР ИҪӘП‑ХИСАП
АКТУАР ИҪӘП-ХИСАП, страховкалау учреждениеһы м‑н страховкалаусы араһында үҙ‑ара мөнәсәбәт урынлаштырыусы матем. һәм статистик законлылыҡтар системаһы. А.и.‑х. страховка фондының барлыҡҡа килеү һәм сарыф ителеү механизмын математик формулалар ярҙамында сағылдыра.
Башҡортостанда страховка өлкәһендәге финанс эшмәкәрлектә хәүефлек ихтималлығы 20 б. 90‑сы йй. өйрәнелә башлай. Математик статистика ысулына нигеҙләнгән актуар тикшеренеүҙәр Башҡорт дәүләт университетында (страховкалау компаниялары эшмәкәрлеген Монте Карло ысулы нигеҙендә моделләштереү; етәкс. С.И.Спивак), Авиация техник университетында (инвестиция проекттарының матем. анализлау ысулдарын эшләү; етәкс. Е.М.Бронштейн), Өфө нефть техник университетында (реаль инвестицияларҙа финанс хәүефлек ихтималлығын анализлау; етәкс. Р.Н.Бәхтизин), Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс‑иҡтисад институтының Өфө филиалында (һалым һалыу процестарын матем. моделләштереү; Н.Д.Бублик, С.А.Горбатков, А.Б.Секерин) үткәрелә. Ҡатмарлы портфель инвестицияларының матем. моделдәре һәм оптималләштереү ысулдары эшләнгән (Бронштейн, Спивак). ӨДАТУ эргәһендәге Белгестәрҙең квалификацияһын һәм белемен күтәреү Төбәк тармаҡ‑ара үҙәгендә актуар тикшеренеүҙәр б‑са белгестәр әҙерләү ойошторолған (1996—2000 йй. Лондон актуарийҙар ин‑ты м‑н берлектә). 1994 й. алып Рәсәй актуарийҙар гильдияһының Башҡ‑н бүлеге (рәйесе Спивак) эшләй. 2000 й. БДУ‑ла актуар үҙәк асыла.
Әҙәб.: Bronshtein E.M., Spivak S.I. Convex structure & theory of the investments //Institute of Actuaries Investment Conference & 8th AFIR International Colloquium. Cambridge, 1998.
С.И.Спивак
Тәрж. С.М.Рәхимова