Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БРАУН Николай Варфоломеевич

Просмотров: 1519

БРАУН Николай Варфоломеевич (25.4.1925, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Воскресенск утары, хәҙер БР‑ҙың Күгәрсен районы Воскресенск а. — 10.4.1997, Ырымбур ҡ.), Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. алып Совет армияһында. 1944 й. октябренән башлап 3‑сө Белоруссия фронтында 1‑се һауа армияһы 276‑сы бомбардировка авиацияһы дивизияһы 34‑се гвардия бомбардировка полкының уҡсы-радисы булып хеҙмәт итә. Дан ордены менән гвардия сержанты Б. 1944 й. 29 ноябрендә, 1945 й. 8 һәм 24 апрелендә Көнсығыш Пруссияла хәрби осоштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнә. Демобилизациянан һуң (1950), Ырымбур ҡ. эшләй. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944), 1‑се (1946), 2‑се (1945) һәм 3‑сө (1944) дәрәжә Дан ордендары менән бүләкләнгән. Воскресенск а. уға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.04.2023