Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АВТОМОБИЛЬ ЮЛДАРЫ

Просмотров: 2663

АВТОМОБИЛЬ ЮЛДАРЫ, йөк ауырлығы билдәләнгән, тиҙлек кимәле күрһәтелгән автомобиль транспортының туҡтауһыҙ һәм хәүефһеҙ хәрәкәтен тәьмин итеү, дәүләттең соц.‑иҡт., оборона ихтыяжын һәм халыҡ талабын ҡәнәғәтләндереү өсөн йөк һәм пассажирҙар ташыуға тәғәйенләнгән ҡоролмалар комплексы; илдең берҙәм транспорт селтәренең бер өлөшө. А.ю., хәрәкәт тығыҙлығы, хәрәкәт итеү һыҙатының һаны һәм киңлеге, ер өҫтөнә күтәртелгән юлдың киңлеге һ.б. күрһәткестәргә ҡарап, 5 техник категорияға айырыла. А.ю. дөйөм файҙаланыу (федераль, респ., район‑ара, район әһәмиәтендәге) һәм ведомство (пр‑тиелар, ойошмалар, учреждениелар һ.б.) юлдарына бүленә. А.ю. төҙөү, яңыртыу һәм ремонтлау эштәрен “Агродорспецстрой” (2000 й. нигеҙләнгән), “Башкирагропромдорстрой” (1971), “Башкиравтодор”, Мостоотряд №30, Күпер төҙөү идаралығы һ.б. башҡара; проектлау эштәрен “Башкирдортранспроект” һәм “Уралдортранс” ин-ттары алып бара.

19 б. аҙ. Башҡортостанда юл төҙөү һ.б. юл эштәре земство идаралыҡтарының төҙөлөш бүлектәре һәм халыҡ көсө м‑н башҡарыла. Киңлеге 5 м артмаған, йылға һәм шишмәләр аша ағас күпер һалынған юлдар, нигеҙҙә, егеүле транспортҡа тәғәйенләнгән. 20 б. башына Башҡортостанда дөйөм оҙонлоғо 1653 км булған, ш. иҫ. 472 км ҡом, ҡырсынташ түшәлгән, 15 почта‑коммерция тракты һалынған (иң ҙурҙары —Ҡазан, Сембер, Верхнеурал, Ырымбур юлдары). 1919 й. Башҡ‑н үҙәк ХХС‑ы эргәһендәге юл төҙөлөшө бүлеге һәм Бәләбәй, Бөрө, Златоуст, Минзәлә, Стәрлетамаҡ һәм Өфө өйәҙҙәрендә юл участкалары ойошторола. 1922 й. Башҡ‑н үҙәк урындағы транспорт идаралығы, артабан уның урынына 1924 й. юлдарҙы төҙөү һәм төҙөкләндереү мәсьәләләрен ҡарау өсөн БАССР ХХС‑ы эргәһендәге урындағы транспорт бүлеге (“Башмест”) булдырыла (ҡара: Транспорт төҙөлөшө). 60‑сы йй. уртаһынан респ. асфальт‑бетон түшәлгән ҙур транзит магистралдәр һәм ауылдар араһындағы А.ю. төҙөлөшө башлана. 1987 й. бындай А.ю. Өфөнән 31 район үҙәгенә, 1999 й. бөтә район үҙәктәренә тиклем төҙөлә. 2011 й. респ. А.ю. селтәренең дөйөм оҙонлоғо 33,8 мең км тәшкил иткән (табл. ҡара). Башҡортостандағы төп А.ю.:

МәскәүӨфө, “Волга” (БР терр‑яһында 162 км), 3‑сө техник категориялы федераль әһәмиәттәге юл (1992 й. алып), дөйөм йүнәлеше — көнбайыштан көнсығышҡа. Илеш, Дүртөйлө, Кушнаренко һәм Өфө р‑ндары аша үтә, БР м‑н ТР‑ҙы тоташтыра; респ. нефть ятҡылыҡтарын хеҙмәтләндерә. Ағиҙел й. пристандәр м‑н тоташтырылған. 19 б. төҙөлә, 20 б. 50‑се йй. аҙағында юл яңыртыла, Кушнаренко а. урап үткән юл һалына, 60‑сы йй. юл япмаһы нығытыла.

ҺамарӨфөСиләбе (БР терр‑яһында 332 км), 1—4‑се техник категориялы федераль әһәмиәттәге юл, дөйөм йүнәлеше — көнбайыштан көнсығышҡа. Туймазы, Бүздәк, Благовар, Шишмә, Өфө, Иглин, Салауат р‑ндары аша үтә, БР м‑н Ырымбур, Һамар, Силәбе өлк. һәм ТР‑ҙы тоташтыра; респ. нефть ятҡылыҡтарын хеҙмәтләндерә. Магистралдә тимер юл, һыу, һауа юлдары һәм үткәргес торба коммуникацияһы селтәре ныҡ үҫешкән Өфө транспорт үҙәге (Рәсәйҙә иң ҙурҙарҙың береһе) урынлашҡан. 1960—75 йй. төҙөлә, 1974—81 йй. — Өфөнө, 1977—87 йй. Октябрьский ҡ. урап үткән юлдар һалына. 1984—98 йй. 27 км юл 1‑се техник категория нормативтары б‑са яңыртыла.

ӨфөИнйәрБелорет (подъездары м‑н 229 км), 2—4‑се техник категориялы респ. әһәмиәтендәге юл. Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Архангел һәм Белорет р‑ндары аша үтә. Ағиҙел, Инйәр, Эҫем йй. пристандәр м‑н тоташтырылған. 1921—90 йй. төҙөлә.

ӨфөЫрымбур (подъездары м‑н 324 км), 1—3‑сө техник категориялы респ. әһәмиәтендәге юл. Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Көйөргәҙе р‑ндары аша үтә. 19 б. төҙөлә, Граждандар һуғышы осоронда емерелә, 1947—2001 йй. юл яңыртыла.

Өфө—Яңауыл (205 км) 2—3‑сө техник категориялы респ. әһәмиәтендәге юл. Өфө, Благовещен, Бөрө, Мишкә, Борай, Ҡалтасы, Яңауыл р‑ндары аша үтә. 1935—37 йй. төҙөлә, ҡом түшәлә, 60‑сы йй. яңыртыла, 1969—85, 1990—96 йй. капиталь ремонт үткәрелә.

Кропачёв—Мәсәғүт—Әшит (157 км), 3‑сө техник категориялы респ. әһәмиәтендәге юл. Салауат, Дыуан, Мәсетле р‑ндары аша үтә. 1935—57 йй. төҙөлә, 80‑се йй. юл яңыртыла.

Магнитогорск—Ира (316 км), 3‑сө техник категориялы респ. әһәмиәтендәге юл. Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен, Көйөргәҙе р‑ндары аша үтә. 1954—60 йй. төҙөлә, 70‑се йй. юл участкалары яңыртыла, 90‑сы йй. капиталь ремонт үткәрелә.

Бөрө—ТаҙтүбәҺатҡы (278 км), 3‑сө техник категориялы респ. әһәмиәтендәге юл. Бөрө, Мишкә, Ҡариҙел, Дыуан, Ҡыйғы р‑ндары аша үтә. 17—19 б. төҙөлә, 20 б. 30‑сы, 60‑сы һәм 80‑се йй. яңыртыла.

Кушнаренко—Саҡмағош—Баҡалы (119 км), 3‑сө техник категориялы респ. әһәмиәтендәге юл. Кушнаренко, Саҡмағош, Баҡалы р‑ндары аша үтә. Ағиҙел й. пристань м‑н тоташтырылған. 1968—70 йй. төҙөлә, 1986—93 йй. яңыртыла.

В.И.Григоренко, Р.Ғәсәнов

Тәрж. Ю.Ғәримов

 

 

Автомобиль юлдары схемаһы

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.03.2024
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: