Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВАРФОЛОМЕЕВ Василий Михайлович

Просмотров: 1274

ВАРФОЛОМЕЕВ Василий Михайлович [1.1.1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Карповка а. (БР‑ҙың Баҡалы районы) — 11.9.1988, Түбәнге Кама ҡ.], Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. июленән Воронеж, Ялан һәм 2‑се Украина фронттарында 6‑сы армия 219‑сы уҡсылар дивизияһының 70‑се уҡсылар полкы танкыға ҡаршы ҡорал расчётында, 1943 й. мартынан 7‑се гвардия армияһы 3‑сө танкыға ҡаршы ҡорал батальонында хеҙмәт итә. Дан ордены менән В. 1944 й. 10—20 ғинуарында Украина ССР‑ы Тарасовка ҡасабаһы, июлдә Пашкани ҡ. (Румыния) янында, ноябрҙә Сольнок, Ясберень ҡҡ. (Венгрия) өсөн һуғыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн бүләкләнә. Демобилизациянан һуң (1947) СССР‑ҙың ЭЭМ органдарында хеҙмәт итә, 1954 й. алып “Татэнергострой” тресында (Нижнекамск ҡ.) эшләй. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 1‑се (1945), 2‑се (1944 й. июле) һәм 3‑сө (шул уҡ йылдың феврале) дәрәжә Дан ордендары менән бүләкләнгән. Баҡалы районының Баҡалы а. һәм Түбәнге Кама ҡ. В. һәйкәлдәр ҡуйылған.

Әҙәб.: Ерошин А. Не ради славы. М., 1969; Воронов А. Это было над Тисой//Славные сыны Башкирии. Книга 5. Уфа, 1985. 

Г.Һ.Булатов, Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.09.2022