АКЦИЗ
АКЦИЗ (фр. аccise), киң ҡулланыу тауарҙарына һәм хеҙмәтләндереүгә һалынған ситләтелгән һалым төрө. А. күләме проценттарҙа акцизланған тауар хаҡынан сығып иҫәпләнә, уның хаҡына йәки хеҙмәтләндереү тарифына индерелә, ҡулланыусылар тарафынан түләнә, дәүләт һәм урындағы бюджеттың мөһим килем сығанағы булып тора.
19 б. Башҡортостанда тоҙ, шәкәр, шырпы, тәмәке, спиртлы эсемлектәргә дөйөм Рәсәй А. үҙ көсөндә була. 1904 й. бюджет килемендә А. өлөшө шарап монополияһы килтергән табыш м‑н 47,5%, 1909—13 йй. — 28,6% тәшкил иткән. СССР‑ҙа 1930 й. А. системаһы бөтөрөлә. 90‑сы йй. башындағы һалым реформаһына ярашлы РФ‑та А. яңынан индерелә.
Акцизлы тауарҙар ассортиментына этил спирты (коньяк, денатурат, эшкәртелмәгән спирттарҙан башҡа), спиртлы (денатурат спиртынан башҡа) һәм алкоголле (шарап материалдарынан башҡа) продукция, һыра, тәмәке, ювелир әйберҙәр, минераль сеймалдың айырым төрҙәре (нефть, газ), автомобиль бензины, еңел автомобилдәр һ.б. инә. 1998—2003 йй. һатыуҙан 5%‑лы универсаль һалым алына. БР бюджетына һалымдан ингән аҡсаның дөйөм күләмендә А. һалымдары өлөшө (%): 1995 й. — 9,3; 2000 — 8,1; 2005 — 8,3; 2009 — 7,7.
В.М.Резбаев
Тәрж. Х.А.Шәрипова