Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘЛИФБА

Просмотров: 4826

ӘЛИФБА, башланғыс белем биреү өсөн дәреслек. Авторы күрһәтелмәгән (В.В.Катаринский тип фараз ителә) тәүге “Башҡорттар өсөн әлифба” (“Букварь для башкир”) 1892 й. сыға. 2 бүлектән тора: 1‑сеһе башҡорт телендә, 2‑сеһе урыҫ телендә төҙөлгән. Башҡ. алфавиты өсөн кириллицаға нигеҙләнгән 39 хәреф файҙаланылған. 1898 й. был Ә. икенсе баҫмаһы сыға.

  1907 й. А.Г.Бессоновтың 41 хәрефле алфавиттан торған “Башҡорттар өсөн әлифба”һы сығарыла; Ә. өсөн материал булып төньяҡ‑көнсығыш һәм көньяҡ‑көнсығыш башҡорттарының йәнле һөйләү теле хеҙмәт итә. Н.Ф.Катановтың “Башҡорт теле өсөн әлифба” (“Азбука для башкирского языка”) ҡулъяҙмаһында урыҫ графикаһы нигеҙендә төҙөлгән 33 хәрефле алфавит бирелгән, башҡ. теленә хас өндәрҙе билдәләү өсөн юл өҫтө тамғалары ҡулланылған. М.А.Ҡулаев “Өн әйтелеше нигеҙҙәре һәм башҡорттар өсөн әлифба” (“Основы звукопроизношения и азбука для башкир”; 1912) китабында 34 хәрефтән торған алфавит тәҡдим итә, уларҙы билдәләү өсөн кириллица менән бер рәттән грек графикаһын ҡуллана.

  Революциянан һуң тәүге Ә. булып М.А.Ҡулаевтың башҡ. телендә баҫтырылған “Әлепей” (1919) китабы иҫәпләнә. 1923 й. уҡыу процесында 1928 й. тиклем ҡулланылған реформалаштырылған ғәрәп яҙмаһы нигеҙендә яҙылған М.Смактың “Йәш быуын” дәреслеге баҫыла. 1929 й. З.Н.Айыуханов һәм Ғ.Й.Дәүләтшин тарафынан “Йәш быуын. Бөтөн һүҙҙәр менән яҙылған башҡортса әлепбей” тип аталған латин алфавитына нигеҙләнгән тәүге Ә. төҙөлә. 1930 й. шул уҡ исем менән З.Н.Айыуханов, М.А.Буранғолов, А.А.Мостафина тарафынан төҙөлгән Ә. нәшер ителә. 1931 й. З.Н.Айыуханов, А.А.Мостафина һәм Ғ.Сәғҙиҙең “Йәш колхозсы. Үҫмерҙәр өсөн әлепбей” Ә. сыға. Шулай уҡ 1940 й. тиклем норматив дәреслек булып иҫәпләнгән З.Н.Айыухановтың “Әлепбей” (1933) китабы нигеҙендә латин графикаһы ята. 1940—63 йй. был Ә. урыҫ графикаһы нигеҙендә “Әлифба” исеме менән баҫылып сыға.

  1962 й. алып республика мәктәптәрендә З.Н.Айыуханов һәм А.Ә.Ғәлләмовтың уҡыу‑яҙыуға ижекләп өйрәтеү ысулына нигеҙләнгән Ә. файҙаланыла. 1969 й. А.Ә.Ғәлләмов тарафынан нәшер ителгән Ә. Лейпциг халыҡ‑ара китап йәрминкәһендә (ГДР, 1974) диплом менән билдәләнә. Уның нигеҙендә 1998 й. Ф.Ғ.Хисамитдинова һәм С.В.Атнағолова тарафынан китап төҙөлә, унда өйрәнелгән өн һәм хәрефтәрҙең рациональ эҙмә‑эҙлелеге, уҡыу өсөн һүҙҙәрҙең һәм текстарҙың аңлайышлы күләме бирелә. Ф.Ш.Сынбулатова, Ы.Ә.Ис­ламғолова һәм З.З.Хисамова тарафынан төҙөлгән вариатив Ә. (1998) үҫтереүсе уҡытыу концепцияһына нигеҙләнгән.

И.Ғ.Ғәләүетдинов, В.Ш.Псәнчин, Ф.Ш.Сынбулатова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 20.12.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: